11:23 (UTC+5), 23 Апреля 2010

Өфөнөң өлкән класс уҡыусылары мәғариф министры Зиннәт Аллаяров менән осрашты

«Граждан хеҙмәтенең асыҡлығын, граждандарҙың дәүләт хеҙмәткәрҙәренә ышанысын арттырыу» пилот йүнәлешен тормошҡа ашырыу сиктәрендә Өфөлә өлкән класс уҡыусыларының республиканың мәғариф министры Зиннәт Аллаяров менән осрашыуы үткәрелде.
Осрашыуға Өфөнөң төрлө мәктәптәренән егерме 11-се синыф уҡыусыһы йыйылды. Уларҙың һәр береһе оло тормошҡа аяҡ баҫыу алдында тора, һәм балаларҙың дәүләтебеҙ, уның төп функциялары хаҡында белеүе мөһим.
— Беҙ йәштәребеҙҙең, мәктәп стенаһынан сыҡҡас, федераль, республика, урындағы власть органдарының нисек эшләүен белеүен һәм бөгөн власть бөтә граждандарыбыҙ өсөн асыҡ икәнлеген аңлауын теләйбеҙ, — тине Зиннәт Аллаяров.
Министр уҡыусыларға Президент Хакимиәте һәм БР Хөкүмәте аппаратының, республиканың бөтә министрлыҡтарының рәсми порталдары булыуы, унда республика дәүләт власы органдарының структураһы, уларҙың маҡсаттары, бурыстары, тормошҡа ашырылған саралар тураһында кәрәкле мәғлүмәт алырға мөмкин булыуы хаҡында һөйләне.
Күп уҡыусыларҙы быйыл Берҙәм дәүләт имтиханы системаһында үҙгәрештәр булыу-булмауы, Рәсәйгә киләсәктә мәктәптәрҙә түләүле белем биреүгә күсеү янамаймы, тигән һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Зиннәт Аллаяров әйтеүенсә, Рәсәйҙә мәктәптәрҙә белем биреү бушлай булды һәм буласаҡ, ә сығарылыш имтихандары былтырғы кеүек үк принцип буйынса үткәреләсәк. Бында заданиелар ғына үҙгәртеләсәк.
Осрашыу барышында министр һәм уҡыусылар мәктәп үҙидараһын үҫтереү мөмкинлеген дә тикшерҙе, ул балаларҙың мәктәп тормошонда һәм төрлө ижтимағи саралар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыуын күҙ уңында тота. Зиннәт Аллаяров фекеренсә, бындай үҙидара өлгөһө булып балаларҙың спорт ярыштарын һәм төрлө йәмәғәт акцияларын үҙ аллы ойоштороуы тороуы мөмкин.
Министр әйтеүенсә, бөгөнгө кеүек осрашыуҙар киләсәктә лә дауам иттереләсәк. Дәүләт ҡоролошо, властың граждандарға асыҡлығы мәсьәләләре ҡала, шулай уҡ ауыл мәктәптәре уҡыусылары менән дә тикшереләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика