05:48 (UTC+5), 22 Апреля 2010

Раил Сарбаев: Волокита өсөн талап ҡаты буласаҡ

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
2010 йылдың 21 апрелендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев республиканың айырым райондары башлыҡтары менән кәңәшмә уҙғарҙы. Премьер-министр ауыл уҡытыусыларына торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәтләндереүгә түләү буйынса компенсация өсөн бурыстарҙы ҡайтарыу ваҡытында үтәлмәүенә күрһәтте.
Был проблема март аҙағында БЮТ каналы тапшырыуҙарының береһендә ҡуҙғатылғайны. Льготалар күләме айына уртаса 177,9 һумдан 711,2 һумға тиклем, йәғни 4 тапҡырға арттырылған, уны алыусылар һаны ла 46111 кешенән 48918 кешегә артҡан.
Социаль ярҙам күләмен арттырыуға муниципалитеттар әҙер булмай сыҡты. Педагогтарға бурыс йыл буйына йыйылды һәм 292,2 миллион һумға тиклем барып етте.
БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев шул саҡта, бурысты бер нисә аҙна эсендә бөтөрөргә кәрәк, тип белдерҙе. Финанс министрлығына муниципалитеттарға республика бюджетынан тап ошо маҡсаттарға финанс средстволары бүлергә ҡушылды. Бында Раил Сарбаев, йөкләмәләр буйынса ағымдағы түләүҙәрҙе урындағы власть органдары үҙ аллы һәм ваҡытында үтәргә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул, Хөкүмәттә был мәсьәлә айырым контролдә тотоласаҡ, тип иҫкәртте.
Бөтә муниципалитеттар ҙа тиерлек уҡытыусылар алдындағы бурыстарын ҡапланы. Ҡалған бурыстың дөйөм суммаһы — 47,9 миллион һум.
Апрель уртаһына түбәндәге райондарҙа бурыс ҡапланмаған әле – Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Балаҡатай, Благовар, Бүздәк, Борай, Ғафури, Йәрмәкәй, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Мәсетле, Миәкә, Салауат, Тәтешле, Өфө, Учалы, Шишмә, Шаран, Яңауыл. Телгә алынған муниципаль берәмектәрҙә әлеге ваҡытта кредитор бурысын ентекле инвентаризациялау бара.
— Аҡса барыһына ла барып етте, ә бурысты ҡаплау урындағы хакимиәттәрҙең ығышлығы арҡаһында тотҡарлана, — тине Премьер. – Һеҙҙә исемлектәрҙе аныҡлау сиктән тыш оҙаҡ бара!
Раил Сарбаев, был мәсьәләлә волокита өсөн талап бик ҡаты буласаҡ, тип иҫкәртте. 1 майға тиклем бөтә уҡытыусылар закон буйынса тейешле аҡсаны алып бөтөргә тейеш.
— Әгәр һеҙ оҙаҡ һуҙылаһығыҙ һәм халыҡтың проблемаларын ваҡытында хәл итмәйһегеҙ икән, үҙегеҙгә үҙегеҙ ҡаршы кәйеф тыуҙыраһығыҙ. Быға юл ҡуйырға ярамай! Һеҙ үҙ эшегеҙҙе тилбер, оҫта һәм профессиональ башҡарырға тейешһегеҙ, — тип һүҙен йомғаҡланы БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика