Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.98
-0.54
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Апрель 2010, 13:29

Раил Сарбаев: Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү - өҫтөнлөклө мәсьәлә

«2005 йылдың 1 мартына тиклем иҫәпкә баҫҡан ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса Рәсәй Президенты йөкмәткән бурыс республикала үтәлде», — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдында сығыш яһағанда.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2005 йылдан алып 2009 йылға тиклемге арала муниципаль берәмек саралары иҫәбенә 332 һуғыш ветераны торлаҡ менән тәьмин ителгән.
Федераль бюджет средстволары иҫәбенә, һуңғы биш йыл эсендә, Бөйөк Ватан һуғышының 502 ветераны фатир алған.
Республикала шулай уҡ 2005 йылдың 1 мартынан һуң сиратҡа баҫҡан ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эштәр йәйелдерелә, тип билдәләне Премьер-министр. Был исемлектә 1553 ветеран. 383 ветеранға торлаҡ һатып алыуға социаль түләү билдәләү тураһында таныҡлыҡ тапшырылған (мәғлүмәттәр 1 апрелгә ҡарата бирелә). Раил Сарбаев әйтеүенсә, ағымдағы ай аҙағына тиклем йәнә 200 таныҡлыҡ тапшырыласаҡ, улар ярҙамында ветерандар төҙөлөп ятҡан йорттан, шулай уҡ икенсел баҙарҙа ла торлаҡ һатып алыу хоҡуғына эйә.
Әлеге ваҡытта ветерандарҙың, һуғышта ҡатнашыусы һәм инвалид ҡатындарының, тыл хеҙмәтсәндәренең барыһының да торлаҡ шарттары тикшерелгән, һәр береһенең адреслы ярҙам алыуға мохтажлығы билдәләнгән. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ кисермәгән ветерандар йәшәгән урыны буйынса торлаҡҡа, йорт-ҡаралтыһына ремонт, ихатаһын төҙөкләндереү һәм башҡа төрлө социаль-көнкүреш проблемаларын хәл итеү кеүек ярҙам күрһәтеүгә иҫәпкә ҡуйылған. 8 апрелгә ҡарата 200 ветеранға бындай ярҙам күрһәтелгән.
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас: