04:06 (UTC+5), 21 Апреля 2010

Петр Сумин Башҡортостан Президентына хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Силәбе өлкәһе губернаторы Петр Суминдан ул өлкә губернаторы вазифаһында эшләгән осорҙағы хеҙмәттәшлек һәм ярҙам өсөн рәхмәт һүҙҙәре менән хат килде. Унда шулай тиелә:
“Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!
Силәбе өлкәһе губернаторы, Хөкүмәт рәйесе сифатында вәкәләттәрем срогы тамамланды.
Һуңғы ун йылда бөтә Рәсәй менән бергә беҙҙең өлкә уңышлы төҙөкләндерелде, иң көслө һәм тотороҡло үҫешеүсе төбәктәрҙең береһенә әүерелде. Әлеге иҡтисади хәлгә лә бирешмәнек. Был – бөтә яҡташтарымдың хеҙмәте, губернатор булып эшләгәндә мин һәр саҡ уларҙың ярҙамын тойҙом.
Силәбе өлкәһе өлгәшкән социаль-иҡтисади уңыштар һаҡланып ҡалыр һәм үҫтерелер, өлкә Көньяҡ Урал халҡы, бөтә Тыуған илебеҙ именлеге хаҡына ышаныслы үҫешен дауам итер, тип ышанам.
Беҙҙе һәр саҡ аңлауығыҙ һәм ярҙам күрһәткәнегеҙ, Силәбе өлкәһен нығытыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған үҙ-ара ышаныслы, ихлас хеҙмәттәшлек өсөн Һеҙгә рәхмәтемде белдерәм.
Ысын күңелдән эшмәкәрлегегеҙҙә артабан да уңыштар, һаулыҡ, именлек теләйем!
Ихтирам менән П.И. Сумин”.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика