Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Апрель 2010, 13:20

Ейәнсуралар Раил Сарбаевты III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайланы

Ейәнсура районы башҡорттары ҡоролтайында туған телде һаҡлау, милли мәҙәниәтте үҫтереү, тәрбиә проблемаһы, ер яҙмышы, ата-бабалар кәсебен тергеҙеү юлы менән йүнселлекте үҫтереү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Унда БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Йомабикә Ильясова, мәғариф, предприятие етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Борондан килгән изге йола буйынса башҡорттар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе ошондай йыйындарҙа уртаға һалып тикшерер, хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләр, уртаҡ ҡарарға килер булған. Төп доклад менән сығыш яһаусы район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин райондың социаль-иҡтисади, мәҙәни үҫеше тураһында һөйләп, ҡаҙаныштарҙы билдәләп кенә ҡалманы, булған проблемаларҙы ла атаны, уларҙы бергәләп хәл итеү кәрәклегенә баҫым яһаны. Уңыштар хаҡында һөйләп, Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың республикала аҡыллы сәйәсәт алып барыуын, Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаевтың даими ярҙамын әйтте.
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Йомабикә Ильясова үҙ сығышында туған телде өйрәнеү, һаҡлау мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бирҙе, халыҡты айыҡ йәшәү рәүеше алып барыуға саҡырҙы.
Ҡоролтайҙа тел һәм мәҙәниәт хаҡында һөйләп кенә ҡалманылар, күп сығыш яһаусылар эшҡыуарлыҡты үҫтереү, ғаилә ролен арттырыу, йәш быуынды тәрбиәләү, мәктәптәрҙе һаҡлау, дингә мөнәсәбәт мәсьәләләрен дә күтәрҙе.
Быйыл июндә үтәсәк III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат һайлау көн тәртибенең мөһим мәсьәләһе булды. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса был форумға БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, “Көньяҡ Урал” ассоциацияһы рәйесе, Башҡортостан Бокс федерацияһы президенты, РФ Бокс федерацияһының Волга буйы федераль округы буйынса төбәк-ара бюроһы вице-президенты Ғүмәр Аҙнабаев, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин, Таҙлар ауыл мәҙәниәт йорто директоры Иҙел Дүшәнбаев, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәшит Иҙрисов, китапханасы Нурия Ҡунысбаева, Байдәүләт ауыл биләмәһе башлығы Тәлғәт Аҡбутин, “Ейәнсура таңдары” гәзите мөхәррире Фаил Ҡылысбаев, Абҙан мәктәбе уҡытыусыһы Марс Ҡоҙаҡаев, Яңыбай мәктәбе уҡытыусыһы Фәймә Ишмөхәмәтова делегат булып барасаҡ.
Автор:Әминә Имашева
Читайте нас: