Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.93
0
100.8
0
73.05
+1.44
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Апрель 2010, 16:21

Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү программаһы раҫланды

Бөгөн Премьер-министр Раил Сарбаев үткәргән Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү программаһы раҫланды. Был мөһим дата алдынан республика министрлыҡтары һәм ведомстволары Еңеү көнөн лайыҡлы ҡаршылау өсөн ҙур эштәр башҡарҙы.
Бөгөн республикала 12 мең генә һуғыш ветераны ҡалған, шул иҫәптән 3,6 мең һуғыш инвалиды, элекке фашистик концлагерҙарҙың 287 балиғ булмаған тотҡоно, Ленинград блокадаһын үткән 250 кеше. Еңеү юбилейын 79398 тыл хеҙмәткәре лә ҡаршылаясаҡ.
Башҡортостанда ветерандарҙың тормошон яҡшыртыу өсөн нимәләр эшләнеүе хаҡында ултырышта БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов һөйләне. Ул, федераль һәм республика закондары менән ҡаралған бөтә социаль ярҙам саралары ветерандарыбыҙға тулы күләмдә күрһәтелә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Республика кимәлендә ветерандарҙы лайыҡлы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эш күптән алып барыла.
— 2005 - 2009 йылдарҙа 332 һуғыш ветераны урындағы бюджет средстволары иҫәбенә үҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Һуғыш афәттәрен кисергән тағы 502 ветеран федераль средстволар иҫәбенә яңы фатирҙар алды, — тип билдәләне вице-премьер. Өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбендә ул 2005 йылдың 1 мартынан һуң иҫәпкә торған ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙе атаны. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса бындай граждандар Башҡортостанда 1553.
Бынан тыш, бөгөнгө көнгә республикала йәшәүсе бөтә һуғышта ҡатнашыусыларҙың торлаҡ шарттары тикшерелгән. Муниципаль властар ике мең кешенең торлағын, йорт алды ҡаралтыларын ремонтланы, хужалығын төҙөкләндерҙе.
Фидус Ямалетдинов ветерандарға социаль ярҙамдың башҡа саралары хаҡында: өйөнә барып хеҙмәтләндереү, стационар һәм курорт дауалауы, медикаменттар менән тәьмин итеү тураһында ентекләп һөйләне.
Быйылғы юбилей сараларында республика баш ҡалаһында республиканың бөтә мөйөштәренән 270 ветеран ҡатнашасаҡ. Улар Өфөгә байрам алдынан,7 майҙа киләсәк һәм баш ҡала санаторийы базаһында санатор-курорт хеҙмәтләндереүе аласаҡ. 8 майҙа ветерандар сәскәләр һалыу тантанаһында, күренекле башҡорт полководецтары Күсемов менән Шайморатовҡа бюст асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ һәм Конгресс-холда байрам концертын ҡараясаҡ. Ә 9 майҙа ҡала Советы алдындағы майҙанда хәрби парадта ҡатнашасаҡ. Байрам программаһы Еңеү салюты менән тамамланасаҡ.
Ветерандарҙың тағы бер делегацияһы медицина хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында байрам сараларында ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең дүрт ҡалаһына: Мәскәүгә, Санкт-Петербургка, Курскиға һәм Волгоградҡа китәсәк.
Быйыл Еңеү көнөн байрам итеүҙең айырым бер үҙенсәлеге булып хәрби парад торасаҡ. Ултырышта әйтелеүенсә, унда 2000-дән ашыу кеше һәм 40 хәрби техника берәмеге ҡатнашасаҡ. Республика территорияһында урынлашҡан дүрт хәрби часть хәрби хеҙмәткәрҙәре, төбәктең көс структуралары хеҙмәткәрҙәре, кадеттар хәрби ыҫпайлыҡтарын, оҫталыҡтарын күрһәтәсәк. Күнекмәләр үткәрелде лә инде, 4 һәм 7 майҙа генераль репетициялар үткәреләсәк. Парадта ретротехника ла ҡатнашыуы иғтибарға лайыҡ. Өфөгә легендар Т-34 танкы килтерелде, ул да Ленин исемендәге майҙандан үтәсәк.
Еңеү көнөнөң мәҙәни программаһы тураһында ентекләп БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев һөйләне.
БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, юбилей тантаналарына бөтә обелискылар һәм иҫтәлекле урындар тулы тәртипкә килтерелергә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Иҫтәлекле урындар реестрында 1846 объект билдәләнә. 9 майҙы республика байрамса биҙәлештә һәм кәйефтә ҡаршылаясаҡ.
Байрам саралары тураһында ентекле мәғлүмәт менән ошонда танышырға мөмкин.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: