05:24 (UTC+5), 16 Апреля 2010

Стәрлетамаҡтың «Сода»һында яңы технология циклы сафҡа инде

Сергей Захаров | фото: Айрат Нурмөхәмәтов
Стәрлетамаҡ буйынса эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен ҡараны. Республика башлығын етештереү процестары менән таныштырҙылар. Уҙған йылда предприятие үҫеше программаһы сиктәрендә ике цехта модернизациялау үткәрелгән. Кальцийлы сода производствоһында Францияла етештерелгән заманса таҫмалы фильтрҙар барлыҡҡа килгән. Яңы ҡорамал менән заманында Германия демократик республикаһында һәм Советтар Союзында етештерелгән иҫке барабанлы вакуум-фильтрҙар алмаштырылған.
Хлоридтар 0,15 проценттан артмаған кальцийлы сода алыу таҫмалы вакуум-фильтрҙарҙың төп маҡсаты. Был продукт, стандарт кальцийлы сода менән сағыштырғанда, конкурент өҫтөнлөктәргә эйә. Төркиә һәм АҠШ-та етештерелгән хлориды аҙ булған тәбиғи кальцийлы соданың Рәсәй баҙарына ҡайтарылыуы арҡаһында был фактор айырыуса мөһим.
Таҫмалы фильтрҙарҙы сафҡа индергәс, фильтрация процестары күрһәткестәре тағы ла яҡшыра төшә. Ошоноң иҫәбенә соданың үҙҡимәте лә түбәнәйә.
Таҫмалы фильтрҙарҙы ярты йыл буйы туҡтауһыҙ эшләтеү уларҙы хеҙмәтләндереүгә сығымдарҙы кәметергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, таҫмалы фильтрҙарҙы файҙаланғанда сығым нормаларының түбәнәйеүе тәбиғәткә һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы экологик хәлгә техноген йоғонтоно кәметә. Яңы производствоны ғәмәлгә индереүҙән алынған иҡтисади һөҙөмтә йылына 52 миллион һумдан аша.
Республика Президенты шулай уҡ «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре менән аралашты. Мортаза Рәхимов производстволағы хеҙмәт шарттары, эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Предприятие хеҙмәткәрҙәре эш өсөн яҡшы шарттар булдырылыуын, уңайлы хеҙмәт графигы төҙөлөүен билдәләне.
Ошо уҡ көндө Башҡортостан Президенты «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселәре менән эшлекле кәңәшмә үткәрҙе, унда предприятиены артабан үҫтереү һәм уның сәнәғәт үҫеше перспективалары хаҡында һүҙ барҙы.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика