12:01 (UTC+5), 16 Апреля 2010

Стәрлетамаҡта Ҡала суд һарайы асылды

Сергей Захаров, Юлай Мәғсүмов | фото: Айрат Нурмөхәмәтов
Стәрлетамаҡ буйынса эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Ҡала суд һарайын асыу тантанаһында ҡатнашты.
Стәрлетамаҡ ҡала суды — Рәсәйҙең берҙәм суд системаһына ингән дөйөм юрисдикция суды. Бында граждан һәм енәйәт эштәре, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы эштәр, тәүге инстанция суды, шулай уҡ аппеляция тәртибендә мировой судьялар тарафынан сығарылған хөкөмдәр һәм ҡарарҙар ҡарала. Суд аппараты 53 дәүләт граждан хеҙмәткәренән тора. Шуларҙың 46-һы – юғары юридик белемле.
Ағымдағы йылдың 22 мартында суд коллективы 4500 квадрат метрлыҡ яңы бинаға күсте. Уның төҙөлөшө 95 миллионға төштө.
Суд эшен бойомға ашырыу өсөн тейешле шарттар булдырылған. Һәр судьяның үҙ кабинеты бар. Суд ултырыштары айырым залдарҙа үтә.
Граждандар өсөн йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәләре бар, унда һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған бар мәғлүмәтте табырға мөмкин, шул иҫәптән электрон белешмә ярҙамында.
Судта локаль компьютер селтәре ғәмәлгә индерелгән. Судьялар мәғлүмәт–хоҡуҡ системаһы менән файҙалана ала.
Бинаның подвалында хөкөмгә тарттырылғандар өсөн ун камера ҡаралған. Суд ултырышы залдарына улар айырым баҫҡыстан оҙатыла, был процеста ҡатнашыусылар һәм суд хеҙмәткәрҙәре менән аралашыу мөмкинлегенә юл ҡуймай.
Суд һарайын асыу тантанаһындағы сығышында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Стәрлетамаҡ халҡы өсөн генә түгел, республика һәм илдең бөтә суд системаһы өсөн дә ваҡиғаның мөһим булыуын билдәләне. Мортаза Рәхимов БР Юғары суды рәйесе Михаил Тарасенкоға һәм Суд һарайын төҙөүселәргә айырым рәхмәтен еткерҙе.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика