06:45 (UTC+5), 16 Апреля 2010

Бөгөн Башҡортостанда икенсегә удмурт һылыуҙарының «Чемберина» конкурсы үтә

Николай Ермоленко
Бөгөн Яңауыл районының Шудек ауылы мәҙәниәт йортонда икенсегә Башҡортостандың удмурт һылыуҙарының «Чемберина» конкурсы үтә. Тәүге тапҡыр ул ике йыл элек ойошторолдо һәм 20 йәшлек Лиана Миңлемөхәмәтоваға еңеү алып килде. Яңы конкурстың гран-прийы һәм бүләктәренә айырым номинацияларҙа удмурт милләтенән булған 11 сибәр ҡыҙ дәғүә итә: бишәүһе Яңауыл районынан, өсәүһеТәтешленән, икәүһе Ҡалтасынан һәм йәнә бер һылыу Нефтекаманан. Ҡатнашыусыларға 15 - 22 йәш. Улар араһында мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм эшләп йөрөүселәр ҙә бар.
Ҡыҙҙарға йөҙ-ҡиәфәтен генә түгел, эске матурлығын да күрһәтергә мөмкинлек биргән биш конкурста ҡатнашырға тура киләсәк. Тәүге һынау – визитка. Икенсеһе — өйгә эш – милли аш-һыу. Уны әҙерләүҙән тыш, матур итеп бирә белергә лә кәрәк. Өсөнсө һынау ҙа алдағыһына оҡшаш – милли костюм конкурсы, удмурт милли костюмын кейеп күрһәтеү менән бергә, уны ниндәй осраҡтарҙа кейеү кәрәклеге хаҡында бәйән итеү мотлаҡ. Интеллектуаль конкурс –удмурт йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен белеү. Һынауҙарҙың йомғаҡлау этабы «минең һәләттәрем» тип атала һәм һылыуҡайҙарға һайлау мөмкинлеге бирә: улар йырлай, бейей, шиғыр һөйләй ала.
Һылыуҙарҙан иң һылыуҙы компетентлы һәм объектив жюри билдәләй, баһалама ағзалары иҫәбендә Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Башҡортостан удмурттарының тарихи-мәҙәни үҙәге, Яңауыл районы хакимиәте, шулай уҡ Удмуртия Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы вәкилдәре бар.
Конкурс сәғәт 15-00-дә башлана.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика