Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.89
+0.03
90.11
-2.03
64.69
-0.27
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Апрель 2010, 13:34

Стәрлетамаҡта боҙ аренаһы менән физкультура-спорт комплексы төҙөлә

Стәрлетамаҡ районы буйлап эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов 2500 урынға иҫәпләнгән ҡала физкультура-спорт комплексы төҙөлөш майҙансығында булды.
Ике ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 10 мең квадрат метрҙан ашыу. Стәрлетамаҡ өсөн мөһим социаль объектты 2007 йылда уҡ төҙөй башлағайнылар. Дөйөм смета хаҡы (хәҙерге хаҡтарҙа) 845 миллион һум тәшкил итә.
Комплекс хоккей матчтары, фигуралы шыуыу, волейбол, баскетбол, гандбол, мини-футбол һәм спорттың башҡа төрҙәре буйынса ярыштар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Бында шулай уҡ күмәк мәҙәни саралар ҙа үткәреләсәк.
Мортаза Рәхимов, республика властары балаларға һәм йәштәргә спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуҙы бик мөһим тип иҫәпләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был яңы физкультура-спорт комплексын төҙөү ошо талаптарға яуап бирә лә.
Президент шулай уҡ Ҡала хөкөм һарайын асыу тантанаһында ла ҡатнашты.
Стәрлетамаҡ ҡала суды — Рәсәйҙең берҙәм суд системаһына ингән дөйөм юрисдикция суды. Суд аппараты 53 дәүләт граждан хеҙмәткәренән тора. Уларҙың 46-һы юғары юридик белемгә эйә.
Быйыл 22 мартта суд коллективы 4500 квадрат метр майҙан менән яңы бинаға күсеп сыҡты. Уны төҙөү 95 миллион һумға төштө.
Бында эшләү өсөн идеаль шарттар булдырылған. Һәр судьяның үҙ кабинеты. Суд ултырыштары айырым залдарҙа үтә.
Судта локаль компьютер селтәре индерелгән. Бөтә судьялар мәғлүмәт-хоҡуҡ системаһына туранан-тура сыға ала.
Подвал бинаһында хөкөм ителеүселәр өсөн ун камера ҡаралған. Сул ултырышы залдарына уларҙы айырым баҫҡыстан оҙаталар, был процеста башҡа ҡатнашыусылар һәм суд хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнешкә инеү мөмкинлегенә юл ҡуймай.
Хөкөм һарайын асыу айҡанлы үҙ сығышында Башҡортостан Президенты был ваҡиғаның Стәрлетамаҡ халҡы өсөн генә түгел, ә республика, илдең суд системаһы өсөн дә мөһим булыуын билдәләне. Мортаза Рәхимов БР Юғары суды рәйесе Михаил Тарасенкоға һәм Хөкөм һарайын төҙөүселәргә рәхмәт белдерҙе.
Автор:Сергей Захаров, Юлай Мәғсүмов
Читайте нас: