12:04 (UTC+5), 15 Апреля 2010

Беренсе ҡала балалар ҡоролтайы үтәсәк

Юлай Мәғсүмов
"Киләсәк беҙҙән башлана!" – 2010 йылдың 28 апрелендә Башҡортостан баш ҡалаһында ошондай девиз аҫтында Беренсе ҡала балалар ҡоролтайы үтәсәк. Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт һәм гуманитар сәйәсәт буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул ватансылыҡ тәрбиәләү һәм үҫеп килеүсе быуындың гражданлыҡ әүҙемлеген яҡлау маҡсатында үткәрелә.
Баш ҡала уҡыу йорттарында балалар ҡоролтайына әҙерлек башланды ла инде. 1 апрелдән 15-нә тиклем әҙерлек этабы үткәрелде, был осорҙа делегаттар һайланды, ойоштороу комитетына заявкалар һәм авторлыҡ программалары тапшырылды. 15 апрелдән 27-еһенә тиклем үтәсәк икенсе этапта ойоштороу комитеты тапшырылған авторлыҡ программаларын ҡараясаҡ.
I башҡорт ҡала балалар ҡоролтайын үткәреү тураһында Положениела, балалар ҡоролтайы пленар ултырыш формаһында башҡорт телендә үткәрелә, унда белем биреү учреждениеларынан һайланған делегаттар, саҡырылған ҡунаҡтар, уҡытыусылар, йәштәр ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша, тиелә.
Ҡоролтайҙа делегаттар тәҡдим иткән иң көнүҙәк мәсьәләләр һәм проблемаларҙы тикшерергә планлаштырыла. Сығыштар һәм тикшереүҙәр йомғаҡтары буйынса резолюция ҡабул ителәсәк, уны ойоштороу комитеты “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Башҡарма комитетына ебәрәсәк.
Балалар ҡоролтайында Өфө белем биреү учреждениеларының 8 — 11-се синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Һәр һайланған делегат “Ҡоролтайға мөрәжәғәт” авторлыҡ программаһы әҙерләргә тейеш. Программала күтәрелгән проблема йәки мәсьәләнең социаль, мәҙәни, ижтимағи әһәмиәте, актуаллеге, новаторлығы, уны бойомға ашырыу мөмкинлеге, был проблемаларҙы хәл итеү буйынса тәғәйен тәҡдимдәр билдәләнергә тейеш.
Тапшырылған авторлыҡ программаларын конкурста һайлап алыу йомғаҡтары буйынса балалар ҡоролтайының пленар ултырышы программаһы төҙөлә. Делегаттарҙың бөтә программалары балалар ҡоролтайы материалдары менән брошюрала баҫылып сығасаҡ.
Беренсе ҡала балалар ҡоролтайын баш ҡала Мәғариф идаралығы, Фәнни-мәғлүмәт методик үҙәге, Өфөнөң балалар һәм йәштәр ойошмалары ойоштора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика