05:52 (UTC+5), 15 Апреля 2010

Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларында Республика йылын яҡтыртыуға конкурс иғлан ителгән

"Башинформ"
Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимовтың “Башҡортостанда 2010 йылды Республика йылы тип иғлан итеү тураһында”ғы Указын һәм Республика йылына һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты хаҡындағы декларацияны иғлан итеүҙең 20 йыллығына ҡарата Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Р.С. Сарбаев тарафынан раҫланған төп саралар планын тормошҡа ашырыу сиктәрендәєкиң мәғлүмәт сараларында Республика йылын иң яҡшы яҡтыртыуға республика конкурсы үткәрелә.
Конкурсты БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ ойоштора. Унда киң мәғлүмәт саралары редакциялары һәм айырым авторҙар ҡатнаша ала. 2010 йылдың 1 ғинуарынан башлап баҫылған конкурс материалдары идаралыҡта 1 октябргә тиклем ҡабул ителә.
Конкурстың маҡсаты - республиканың киң мәғлүмәт сараларын Республика йылын тулыраҡ яҡтыртыуға йәлеп итеү, бөгөнгө Башҡортостандың йәмәғәт тормошоноң бөтә өлкәләрендәге ҡаҙаныштарын пропагандалау, Рәсәй Федерацияһы субъекты булараҡ республика ролен көсәйтеү, Башҡортостан Республикаһының ыңғай абруйын нығытыу.
Конкурс тураһындағы положение БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡтың рәсми сайтында (www.pressarb.ru) урынлаштырылған.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика