12:13 (UTC+5), 13 Апреля 2010

Өфөлә балалар ялын ойоштороусыларҙың семинары үтәсәк

Евгений Рәхимҡолов
Балаларҙың йәйге ялын ойоштороусыларҙың семинары Өфөлә 14 – 15 апрелдә үтәсәк. Был сараны республиканың Мәғариф министрлығы менән берлектә БР Профсоюздар федерацияһы ойоштора.
«Башинформ» агентлығына БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, семинарҙа республиканың муниципальных орган вәкилдәре һәм балалар һауыҡтырыу лагерҙары етәкселәре ҡатнашасаҡ. Семинарҙа ҡатнашыусылар балалар һауыҡтырыу кампанияһын ойоштороуҙың яңы механизмдары менән танышасаҡ. Шулай уҡ семинар сиктәрендә һауыҡтырыу лагерҙарында балалар сәләмәтлеге һәм хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу ҙа планлаштырыла. Шул уҡ мәлдә туҡланыуҙы ойоштороу, янғын хәүефһеҙлеге, хеҙмәт һаҡлау һәм лагерҙарҙа балаларҙың һәм хеҙмәтләндереүсе персоналдың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре ҡараласаҡ. Бынан тыш, семинар ваҡытында персонал йыйыу һәм балалар менән эшләүҙең программалы эстәлеге буйынса тренингтар үткәреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика