05:04 (UTC+5), 13 Апреля 2010

БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы Башҡортостан бюджетына бер миллиард ярым һум күсергән

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы квартал планын арттырып үтәгән. 2010 йылдың ғинуар–март айҙарында ведомство хосусилаштырыу һәм милекте файҙаланыуҙан республика бюджетына бер миллиард 485 миллион һум средстволар килеүен тәьмин иткән. Дәүләт милке менән файҙаланыуҙан килгән дөйөм сумманан, ҡуртымға түләүҙән, дивиденттар һәм дәүләт унитар предприятиелары килеменең бер өлөшөн күсереүҙән, бер миллиард 330 миллион һум табыш алынған. Дәүләт милкен һәм акциялар пакетын һатыуҙан – 154 миллион һумдан ашыу.
«Башинформ» агентлығына БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ришат Миндияровтың хәбәр итеүенсә, уҙған йылдағы ошондай уҡ осор менән сағыштырғанда, акцияларҙың дәүләт пакетына дивиденттар артыуы арҡаһында алынған килем күләме бер нисә тапҡырға күбәйгән. Шул уҡ мәлдә «Төбәк фонды» асыҡ акционерҙар йәмғиәте республика бюджетына ярайһы ҙур суммалар күсергән. Шулай уҡ ер участкаларын, фондтың торлаҡҡа ҡарамаған объекттарын ҡуртымға биреүҙән һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт мөлкәтен һатыуҙан килгән килем суммалары ла артҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика