Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.93
0
100.8
0
73.05
+1.44
17+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Апрель 2010, 15:33

Башҡортостан поляктары авиакатастрофала һәләк булыусылар айҡанлы ҡайғы уртаҡлаша

«Яңырыу» Республика Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге һәм Альберт Пенькевич исемендәге Милли поляк йәкшәмбе мәктәбе Польша Президенты Лех Качиньскийҙы, уның ҡатыны Мария Качиньскаяны һәм Смоленск эргәһендә фажиғәле һәләк булған бөтә делегация ағзаларын бер минут тын тороу менән иҫкә алды.
Матәм тантанаһы ваҡытында иҫкә алыу шәмдәре яҡтыртылды, сәскәләр һалынды.
Башҡортостан Полонияһы исеменән Мәскәүҙәге Польша Илселеге һәм Варшавалағы Польша Сит илдәр эштәре министрлығы исеменә фажиғә айҡанлы бөтә поляк халҡының ҡайғыһын уртаҡлашып хат ебәрелде.
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас: