06:26 (UTC+5), 12 Апреля 2010

12 апрелдә Рәсәйҙә бөтә халыҡ матәм көнө иғлан ителә

Екатерина Чуракова
12 апрелдә Рәсәйҙә милли матәм иғлан ителде. Был турала поляк халҡына мөрәжәғәтендә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев белдерҙе.
«Мин һәм бөтә Рәсәй граждандары ҡот осҡос фажиғә – Польша Республикаһы Президенты Лех Качиньскийҙың, уның тормош иптәше Марияның, һәләкәткә тарыған самолет бортындағы бөтә поляк граждандарының һәләк булыуын бик ауыр кисерҙек.
Был көндәрҙә беҙ бергә Катында иҫкә алыу саралары үткәрҙек, тоталитар заман ҡорбандары айҡанлы бергә ҡайғырҙыҡ. Лех Качиньский Президент булараҡ та, үҙ иле гражданы булараҡ та һәләк булған поляк граждандарын хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн Рәсәйгә юлға сыҡҡайны. Бөтә рәсәйлеләр һеҙҙең менән бергә ҡайғыра. Был фажиғә шарттары Польша яғы менән тығыҙ бәйләнештә бик ентекле тикшереләсәк, тип вәғәҙә итәм. Мин хоҡуҡ һаҡлау структураларына бөтә күрһәтмәләр биргәнмен.
Бөтә Рәсәй халҡы исеменән поляк халҡының ауыр ҡайғыһын ихлас күңелдән уртаҡлашам, һәләк булған граждандарҙың туғандарына һәм яҡындарына сабырлыҡ, түҙемлек теләйем», — ти үҙенең мөрәжәғәтендә Дмитрий Медведев.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 апрелдә Катынға матәм сараларына килергә сыҡҡан Польша Президенты самолеты "Төньяҡ — Смоленск" аэродромының осоу-ултырыу полосаһынан алыҫ түгел һәләкәткә осраны. «Ту-154» бортында ҡатыны менән бергә Польша дәүләте башлығы, Польша рәсми делегацияһының башҡа вәкилдәре бар ине. Аныҡ мәғлүмәттәр буйынса, был рейста осҡан 96 кеше һәләк булды.
Смоленск эргәһендәге авиакатастрофа донъя масштабындағы фажиғә булды. Ҡайһы бер дәүләттәр башлыҡтары, Польшаға теләктәшлек белдереп, үҙ илдәрендә матәм көнө иғлан итте лә инде. Үрҙә әйтелгәнсә, Рәсәйҙә 12 апрель матәм көнө итеп иғлан ителде, Польша Республикаһында матәм ете көн дауам итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика