13:56 (UTC+5), 09 Апреля 2010

Башҡортостан парламенты депутаты Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исемен алды

Николай Ермоленко
РФ Президенты Дмитрий Медведевтың Указы менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Ҡушбүләк» крәҫтиән хужалығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Мәүзир Латиповҡа ауыл хужалығы өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Мәүзир Латипов 1960 йылдың 8 мартында Туймазы районының Иҫке Туймазы ауылында тыуған. Юғары белемле – Мәскәү кооперация институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1978 йылда Туймазы райпоһының экспедиторы булып башлай. Хәрби хеҙмәт һәм институтта уҡыу йылдарынан һуң 1985–1990 йылдарҙа Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһында товаровед булып эшләй. 1991 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем – «Ҡушбүләк» крәҫтиән хужалығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Мәүзир Латипов – республикала һәм унан ситтә киң билдәле йәшелсә үҫтереүселәр династияһынан. Династияны ағаһы Әхәт башлаған, унда шулай уҡ ҡусты-ағалары Рафиҡ, Мәғсүм һәм Таһир, апайҙары Әминә һәм Гүзәлиә инә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика