06:11 (UTC+5), 08 Апреля 2010

Ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү йөкләмәһе үтәлде

Сергей Захаров
Кисә Рәсәйҙең төбәктәр үҫеше министры Виктор Басаргин видеоконференция режимында 2010 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса сираттан тыш селектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Төбәктәр вәкилдәре дәүләт башлығының тейешле Указын үтәү тураһында отчет бирҙе.
Басаргин әйтеүенсә, “илдең утыҙ өс субъекты 2005 йылдың 1 мартына тиклем иҫәпкә торған ветерандарға торлаҡ биреүҙе тулыһынса тамамлаған”.
Рәсәй Президенты ҡуйған бурысты Башҡортостан тәүгеләрҙән булып үтәне. Республика һәм федераль бюджет средстволары иҫәбенә төбәктә, инвалидтарҙы һәм һәләк булыусыларҙың ғаилә ағзаларын да индереп, 834 һуғыш ветераны торлаҡ менән тәьмин ителгән. БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев белдереүенсә, “был йәһәттән республикаға ҡарата бер ниндәй ҙә дәғүә юҡ һәм уның булыуы ла мөмкин түгел”.
Ләкин 2005 йылдың 1 мартынан һуң иҫәпкә алынған ветерандар менән хәл ителмәгән мәсьәләләр бар, тип белдерҙе Премьер. Әле 1515 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртыу исемлегендә тора. Шуларҙың 725-е – Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, ветераны һәм 785-е – һәләк булған һуғыш инвалиды, ветерандың ғаилә ағзаһы. Улар дөйөм ветерандар һанының 3 проценттан ашыуын тәшкил итә.
Раил Сарбаев 389 торлаҡ сертификаты бирелеүе хаҡында хәбәр итте, ә апрель-май айҙарында ҡалған ветерандар аласаҡ. Ошо маҡсаттарға ҡаралған средстволар, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан бүленгән 1 миллиард 88 миллион һум аҡса республикаға килгән һәм банкыларҙағы иҫәптәрҙә ята, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр.
Улай ғына ла түгел, Раил Сарбаев билдәләүенсә, «республика үҙенең ветерандарын бер ваҡытта ла яҙмыш ҡосағына ташламаны». Рәсәй Президенты Указы сыҡҡанға тиклем үк, 2005 йылдан башлап Башҡортостанда муниципаль район һәм ҡала округтары средстволары иҫәбенә 332 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны торлаҡ менән тәьмин ителгәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика