Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.42
-0.11
92.74
+0.48
67.09
-0.02
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Апрель 2010, 09:53

Мортаза Рәхимов именлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

6 апрелдә Ульяновскиҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһы Именлек Советының һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы советтың берлектәге күсмә кәңәшмәһе эшендә ҡатнашты.
Ултырышта Рәсәй Именлек Советы секретары Н.П. Патрушев һәм Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Г.А. Рапота рәйеслек итте. Кәңәшмә Ульяновскиҙың “Авиастар-СП” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте авиация предприятиеһында үткәрелде. Кәңәшмә эшендә шулай уҡ округ субъекттары башлыҡтары, ҡайһы бер федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә авиация эшмәкәрлеге өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу сиктәрендә милли именлек мәсьәләләре тикшерелде. Волга буйы федераль округының терроризмға ҡаршы комиссияларына һәм оператив штабтарына терроризмды иҫкәртеү, авиация инфраструктураһы объекттарының терроризмдан һаҡланғанлыҡ кимәлен күтәреү өсөн саралар күрергә тәҡдим ителде. Иҡтисадтың конкуренцияға һәләтен арттырыу өсөн һауа юлдарының төбәк селтәрен әүҙемерәк үҫтереү зарурлығы билдәләнде.
РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота әйтеүенсә, Рәсәй авиация сәнәғәтенең 65 проценттан ашыуы һәм граждан авиацияһы төҙөлөшөнөң яҡынса 90 проценты Волга буйында тупланған. Ул, тармаҡтың күпселек предприятиелары дәүләт ярҙамына мохтаж, тип билдәләне. РФ Именлек Советы секретары Николай Патрушев бәләкәй авиацияны үҫтереү буйынса махсус программа эшләү зарурлығына баҫым яһаны. Төбәк-ара авиация бәйләнешен үҫтереү мәсьәләһе округ өсөн көнүҙәк булып ҡала.
Башҡортостан Президенты М.Ғ. Рәхимов граждандарҙың именлеген тәьмин итеү буйынса ныҡлы саралар күрергә кәрәк тип иҫәпләй һәм Ульяновскиҙағы кәңәшмәне бик ваҡытлы һәм көнүҙәк тип атаны. Республика башлығы әйтеүенсә, Башҡортостанда граждан авиацияһын үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Уның фекеренсә, граждан авиацияһы республиканың Рәсәй төбәктәре, яҡын һәм алыҫ сит илдәр менән иҡтисади бәйләнештәрен нығытыуға, инвестицион хеҙмәттәшлекте һәм мәҙәни алмашыуҙы киңәйтеүгә булышлыҡ итә. Ошо маҡсатта Башҡортостанда граждан авиацияһы предприятиеларының матди базаһы нығытыла. Өфөлә аэровокзал комплексын реконструкциялау тамамланды һәм ул файҙаланыуға тапшырылды, осоу-төшөү һыҙаттарына капиталь ремонт үткәрелде. Осоштарҙың сифаты яҡшыра һәм хәүефһеҙлеге тәьмин ителә, авиация хеҙмәткәрҙәренең эш шарттары яҡшырҙы. Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙең юғары технологиялы яңы алымдары ғәмәлгә индерелә, уларға күрһәтелгән хеҙмәттәр ассортименты киңәйә. Республика эсендәге авиалиниялар өсөн Чехиянан уңайлы ике самолет һатып алынды һәм тиҙҙән Нефтекама, Сибай ҡалаларындағы аэропорттар эшләй башлаясаҡ.
Республика Президентының ныҡлы ышаныуынса, осоштарҙың хәүефһеҙлек кимәлен арттырыу граждан авиацияһының төп бурыстарының береһе булып ҡала.
- Сафтан сыҡҡан машиналарҙы алмаштырғанда юғары һөҙөмтәле файҙаланыу күрһәткестәренә эйә булған яңы быуын һауа судноларын һатып алыуға өҫтөнлөк бирелергә тейеш, - тигән фекерҙә М.Ғ. Рәхимов.
Республика башлығының эш сәфәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Ю.Л. Пустовгаров ҡатнашты.
Автор:БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: