13:09 (UTC+5), 06 Апреля 2010

Мысырҙа «Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы» фотокүргәҙмәһе үтте

Евгений Рәхимҡолов
Республика Йылына арналған «Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы» фотокүргәҙмәһе Мысырҙың Хургада ҡалаһында үтте. Уны был илдәге беренсе Рәсәй мәктәбе нигеҙендә Мысырҙың «Әл-Әзһәр» Халыҡ-ара ислам университетында белем алыусы студенттар менән осрашыу өсөн бында килгән Башҡортостан делегацияһы ағзалары ойошторҙо.
Делегация составы алты кешенән тора. Улар иҫәбендә БР мосолмандары Диниә назараты рәйесенең мәғариф, тышҡы бәйләнештәр һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса урынбаҫары Руслан Сәйәхов, Кинйә Арыҫланов исемендәге Хәйриә фонды вице-президенты Салауат Юлбарыҫов, РФ һәм РБ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР Фоторәссамдар ойошмаһы рәйесе Рәмил Килмәмәтов та бар. Тәүге тапҡыр бындай делегация составына ҡатын-ҡыҙҙар – республикабыҙҙың йәмәғәт эшмәкәрҙәре индерелде, улар сәфәр барышында Ҡаһирәлә белем алыусы Башҡортостан студенттарының нимәгә мохтажлыҡ кисереүен белеште, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырышты.
Хургадала Рәмил Килмәмәтовтың эштәренән торған күргәҙмәне ойоштороуҙан тыш, делегация ағзалары беҙҙең республиканан килгән студенттар, Мысырҙағы Рәсәй Федерацияһы Илселеге, Мысырҙағы Рәсәй Федерацияһы Илселеге ҡарамағындағы Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙеге вәкилдәре менән осрашыуҙар ойошторҙо, шулай уҡ «Әл-Әзһәр» университеты етәкселеге саҡырыуы буйынса халыҡ-ара студенттар күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты.
Рәмил Килмәмәтов менән сәфәр барышында Мысырҙағы Башҡортостан студенттарының тормошо хаҡында бай фото- һәм видеоматериалдар коллекцияһы тупланған, уларҙан яҡын арала айырым күргәҙмә әҙерләү планлаштырыла.
Әлеге ваҡытта делегация вәкилдәре Мысырҙан Тыуған илебеҙгә әйләнеп ҡайтҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика