12:20 (UTC+5), 02 Апреля 2010

Мортаза Рәхимов аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө буйынса кәңәшмәлә ҡатнаша

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
2 апрелдә Өфөлә Конгресс-холда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «Аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө үҫеше: төбәк тәжрибәһе, дәртләндереү механизмдары, энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү» бөтә Рәсәй кәңәшмәһе эшендә ҡатнаша. Форумды Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды ойоштора.
Кәңәшмәлә Рәсәй Федерацияһы төбәк үҫеше министры Виктор Басаргин, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды – дәүләт корпорацияһының генераль директоры Константин Цицин, Аҙ ҡатлы һәм коттедждар төҙөлөшө милли агентлығы президенты Елена Николаева, Федерация Советы, Дәүләт Думаһы, РФ Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының 65 субъектынан вәкилдәр ҡатнаша.
Конференцияла Рәсәй Федерацияһы субъекттарының аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө тәжрибәһе, шулай уҡ төҙөлөш тармағы үҫешендә аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшөнөң роле тикшереләсәк. Форумда ҡатнашыусылар йәнә аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө өсөн территорияларҙы комплеслы үҙләштереү, аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөндә коммуналь инфраструктура үҫеше мәсьәләһен ҡараясаҡ. Кәңәшмә сиктәрендә «Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан икенсеһенә күсереү проблемаһын хәл итеүҙә аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө технологияһын ҡулланыу» темаһына дискуссион клуб ултырышы ойоштороласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика