12:55 (UTC+5), 02 Апреля 2010

Марий Иленән парламентарийҙар Башҡортостандан коллегаларының тәжрибәһен өйрәнә

Николай Ермоленко
1 апрелдә БР Дәүләт Йыйылышы йортонда Марий Иле Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәсми делегацияһының Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров менән осрашыуы үткәрелде. Унда Башҡортостан парламентының өс даими комитеты рәйестәре һәм БР Дәүләт Йыйылышы Секретариаты хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы республика парламенты структураһы, эш принциптары, республиканың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырып, Рафаил Зинуров Башҡортостанда мари халҡының (һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса республикала 105 829 мари иҫәпләнә) нисек йәшәүе, Башҡортостан менән Марий Иле республикалары, шулай уҡ Башҡортостандың мариҙар тупланып йәшәгән райондары менән Марий Иле Республикаһы райондары араһындағы бәйләнештәр хаҡында һөйләне. Башҡортостанда 100 мәктәптә уҡытыу мари телендә алып барылыуы, милләте буйынса мари Кирилл Михайловтың, Рәсәйгә һәм Башҡортостанға өс алтын һәм ике көмөш миҙал килтереп, ҡышҡы Паралимпия уйындары геройҙарының береһе булыуы ғорурланып билдәләнде.
Марий Иле Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайы Рәйесе урынбаҫары Ольга Цветкова, рәсми делегация ағзалары менән таныштырып, ә улар араһында медиктар күп булып сыҡты, үҙ республикаһы парламенты тураһында мәғлүмәттәр килтерҙе (баҡһаң, ул Башҡортостан парламентынан бер йылға өлкәнерәк икән, былтыр 15 йыллығын билдәләгәндәр). Уның ҡарауы, Марий Иле Республикаһы ҡануниәт власына ни бары 70 йыл – Башҡортостандыҡынан ике тиҫтә йылға кәмерәк.
Ольга Цветкова, ҡунаҡтарға тәҡдим ителгән программа яҡшы һөҙөмтәләр бирер, тигән ышаныс белдерҙе. Ул ҡануниәт эшмәкәрлегенең өр-яңы ҡаҙаныштарын өйрәнеү генә түгел, Бащҡортостанда кешеләрҙең нисек йәшәүен күрергә лә теләүҙәрен белдерҙе. Һуңынан иҫтәлекле бүләктәр һәм сувенирҙар менән алмаштылар, рәхмәт хаттары тапшырылды.
Бөгөн Марий Иле Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәсми делегацияһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советында, “Аҡбуҙат” ипподромында, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә, “Ҡунаҡхана” сауҙа комплексында, “Алексеевка” совхозында буласаҡ, Алексеевка ауыл Советының һәм «Алексеевка» совхозы” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының социаль объекттары менән танышасаҡ, һуңынан Мишкә районына барасаҡ.
Шәмбе көнө ҡунаҡтар Илеш районына килеп, төштән һуң ҡайтып китәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика