Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.98
-0.54
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Апрель 2010, 15:03

Башҡортостан һәм Марий Иле парламентарийҙары хеҙмәттәшлеген нығыта

Бөгөн марий парламенты вице-спикеры, социаль үҫеш буйынса комитет рәйесе Ольга Цветкова етәкселегендә Марий Иле Республикаһы Дәүләт Йыйылышы делегацияһы яуап сәфәре менән Өфөгә Башҡортостан депутаттары менән осрашыуға килде.
Бындай осрашыу былтыр апрелдә үткәрелгәйне. Ул саҡта беҙҙең республика парламентарийҙары Марий Иле Республикаһына барҙы, унда ике республиканың ҡануниәт органдары араһында Парламент-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғайны.
Башҡортостанға килгән Марий Иленән ҡунаҡтар республика парламентының эш тәжрибәһе менән танышасаҡ, ҡайһы бер сараларҙа ҡатнашасаҡ.
Автор:Юлай Мәғсүмов
Читайте нас: