Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
0
99.72
0
71.06
-1.63
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Март 2010, 13:17

Интернет социаль партнерлыҡты үҫтереү өсөн файҙаланыласаҡ

Башҡортостан ҡалалары һәм райондары урындағы үҙидара башлыҡтарына социаль партнерлыҡты үҫтереү өсөн интернет-ресурстарҙы әүҙем файҙаланырға тәҡдим ителде.
БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов һәм БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов муниципалитеттар етәкселәренә тейешле хат ебәрҙе. «Мәғлүмәт технологиялары үҫешкән осорҙа дәүләт структуралары, халыҡ, бизнес, профсоюздар араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек һөҙөмтәлелеген күтәрергә булышлыҡ итеүсе интернет-ресурстарға ҙурыраҡ иғтибар бирелә бара, — тиелә хатта. — Ошо маҡсатта муниципаль берәмектәр сайттары биттәрендә айырым «Социаль партнерлыҡ» бүлеген булдырырға тәҡдим ителде”.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: