11:20 (UTC+5), 25 Марта 2010

Юғары педагогия форумы менән!

“Башинформ”
Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан уҡытыусыларының Х съезы асыла. Республика Президенты Мортаза Рәхимов форум делегаттарына һәм ҡунаҡтарына, бөтә мәғариф хеҙмәткәрҙәренә үҙ ҡотлауын ебәрҙе. Унда, атап әйткәндә, шулай тиелә:
“Уҡытыусыларҙың Х съезының ҡәҙерле делегаттары һәм ҡунаҡтары!
Хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе республиканың мәғариф системаһы тарихында мөһим ваҡиға булып торған юғары педагогия форумын асыу менән ихлас ҡотлайым!
Съезд сифатлы белем биреү кеше потенциалын комплекслы үҫтереүҙә, Башҡортостандың һәм бөтә Рәсәйҙең конкуренцияға һәләтен арттырыуҙа хәл иткес шарттарҙың береһе булып торған яңы социаль-иҡтисади ысынбарлыҡта үтә.
Быйылғы ҙур ваҡиғалар – Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы, Республика йылы, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһында иғлан ителгән Уҡытыусы йылы һеҙҙең съезға айырым мәғәнә өҫтәй. Улар ғәйәт ҙур рухи-әхлаҡи һәм тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.
Бөгөн дөйөм һәм профессиональ мәктәпте модернизациялау инновацион үҫештең ҡеүәтле факторы булып тора. Дәүләт кимәлендә ҡабул ителгән саралар комплексы “Мәғариф” милли проектын һәм “Беҙҙең яңы мәктәп” милли мәғариф башланғысын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырырға, мәғарифты артабан камиллаштырыу өҫтөнлөктәрен үҙгәртергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта уҡытыусы һөнәренең социаль статусын күтәреү, педагогтарҙың хеҙмәт һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыу ҙа мөһим. Мәктәпкә яҡшы әҙерлекле һәләтле йәштәр килергә тейеш.
Съезд эше уңышлы булыр, өлгәшелгәндәрҙе объектив баһаларға, мәғарифтың көнүҙәк проблемаларын хәл итеү юлдарын тикшерергә, яңы сифат үрҙәрен билдәләргә ярҙам итер, тип ышанам.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй хаҡына яңы һөнәри ҡаҙаныштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика