Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.26
-0.03
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Март 2010, 09:18

Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһының Урал банкыһы рәйесе менән осрашыу

24 мартта Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһының Урал банкыһы рәйесе Владимир Черкашин менән эш осрашыуы үткәрҙе.
Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы подразделениелары эшмәкәрлеге мәсьәләләре хаҡында фекер алышынды. Ипотека кредитлауы, ауыл хужалығына, бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарына булышлыҡ итеү өлкәһендә республика менән банк араһында хеҙмәттәшлекте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр ҡаралды. Осрашыуҙа шулай уҡ Һаҡлыҡ банкыһының “Башҡортостандың социаль картаһы” проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуы хаҡында ла һүҙ алып барылды.
Владимир Черкашин республика территорияһында банк хеҙмәттәре күрһәтеү йәһәтенән Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы Башҡортостан бүлексәһенең ыңғай тәжрибәһен билдәләне. Һаҡлыҡ банкыһының Урал банкыһы рәйесе әйтеүенсә, көрсөк осоронда Башҡортостан бүлексәһе кредитлау күләмен һаҡлап ҡала алды һәм банк вкладтарын арттырыуҙы тәьмин итте.
Шул уҡ ваҡытта Мортаза Рәхимов Башҡортостанда Һаҡлыҡ банкыһының филиал селтәрҙәрен кәметеү сәбәпле борсолоуын белдерҙе. Республика Президенты фекеренсә, граждандарҙың ышанысы һәм даими клиент базаһына эйә булыу һөҙөмтәһендә Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы конкуренцияға һәләтлелеге менән айырылып тора. Ул Башҡортостанда, айырыуса ауылда, банк хеҙмәттәрен һаҡлап ҡалыу мөһим тип иҫәпләй, сөнки республика халҡының 40 проценттан ашыуы ауылда йәшәй. М.Ғ. Рәхимов, банкының филиал селтәрен үҙгәртеп ҡорғанда муниципаль берәмектәрҙең иҡтисади ҡеүәте һәм социаль-иҡтисади бурыстарҙы хәл итеү зарурлығы иҫәпкә алынырға тейеш, тине.
Владимир Черкашин әйтеүенсә, республиканың иң алыҫ райондарындағы бүлексәләрҙе кәметеү хаҡында һүҙ бара.
- Кассалары, мәҫәлән, аҙнаһына 2-3 көн генә эшләгән подразделениеларҙы ҡыҫҡартабыҙ. Һөҙөмтәлә өҫтәмә офис барлыҡҡа килгән филиал селтәрен үҙгәртеп ҡороу административ үҙгәрештәргә генә ҡайтып ҡала. Шул уҡ ваҡытта офиста күрһәтелгән хеҙмәттәр исемлеге ҡыҫҡартылмай, - тине Владимир Черкашин.
Башҡортостан Президенты федераль почта банкыһы подразделениелары асылғанға тиклем республика биләмәһендә подразделениеларҙы ҡыҫҡартыуҙан тыйылып торорға саҡырҙы. Стратегияны бойомға ашырыу халыҡты уңайлы банк хеҙмәттәре менән тәьмин итеүҙе һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк.
Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров, республика Милли банкыһы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов, РФ Һаҡлыҡ банкыһының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Юлай Кинйәбулатов ҡатнашты.
Автор:БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: