04:05 (UTC+5), 25 Марта 2010

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

"Башинформ"
Бөгөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов улар исеменә ҡотлау ебәрҙе.
“Башҡортостан Республикаһының хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым!
Башҡортостандың күп милләтле мәҙәниәте һәр ваҡыт халҡыбыҙҙың юғары рух һәм әхлаҡлылыҡ сығанағы булды. Быуаттар төпкөлөнә барып тоташҡан милли-мәҙәни йолалар быуындарҙы һәм осорҙарҙы тығыҙ бәйләй, төрлө милләт һәм дин кешеләре араһында үҙ-ара аңлашыуҙы нығыта.
Республикала мәҙәниәтте үҫтереүгә төрлө яҡлап булышлыҡ ителә. Норматив хоҡуҡ базаһы булдырылған, дәүләт программалары комплексы ҡабул ителгән. Ғәмәлдәге объекттарҙы реконструкциялауға һәм яңыларын төҙөүгә айырым иғтибар бүленә. Үҙенсәлекле милли мәғариф системаһы эшләй. Һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе дәртләндереү буйынса саралар тормошҡа ашырыла. Музыка, театр, хореография һәм һынлы сәнғәт, архитектура һәм дизайн, кино, музей, клуб һәм китапхана эше өлкәһендә ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн гранттар булдырылған. Башҡортостан илдең иң ҙур мәҙәни үҙәктәренең береһенә әүерелде.
Бөгөн беҙ республикабыҙ мәҙәниәтенең сағыу оҫталары менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Театрҙарҙа, студияларҙа, китапханаларҙа, клубтарҙа һәм башҡа мәҙәниәт усаҡтарында үҙегеҙҙең көндәлек фиҙакәр хеҙмәтегеҙ менән һеҙ мәҙәни-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыуға һәм байытыуға булышлыҡ итәһегеҙ, гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүҙә, яңы быуындарға халыҡтың бай рухи тәжрибәһен тапшырыуҙа уның әһәмиәтен күтәрәһегеҙ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, Ватаныбыҙ файҙаһына яңы ижади уңыштар һәм ҡаҙаныштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика