06:12 (UTC+5), 24 Марта 2010

Өфөнөң Калинин һәм Совет райондары «уйнарға» ярата

Евгений Рәхимҡолов
Калинин һәм Совет райондары Өфөлә иң ныҡ “уйнарға” яратыусылар булып сыҡты. Уларҙың территорияһында 15 законһыҙ эш итеүсе ҡомарлы уйындар салоны барлығы асыҡланған. Был турала ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.
Павел Качкаевтың әйтеүенсә, тыйылған уйын йорттары эшмәкәрлеге һаман да Өфө муниципалитеты өсөн баш ауырыуы булып ҡала. Дүрт махсус зонанан тыш, уйын бизнесының Рәсәйҙең бөтә территорияһында тыйылыуына ҡарамаҫтан, ғәҙел булмаған юл менән еңел аҡса табырға тырышыусылар кәмемәй. Шул уҡ мәлдә Өфөлә уйын йорттары кәмеү генә түгел, арта бара. Миҫал өсөн, әгәр март башында республиканың баш ҡалаһы биләмәһендә бындай 55 салон барлығы асыҡланһа, хәҙер улар 57-гә еткән. Ә бер аҙна самаһы элек бөтөнләй 58 ине. Бер клуб ябылды. Ләкин эшмәкәрлеге законһыҙ булғанға түгел, ә техник сәбәптәр арҡаһында, һәм ул эшен бер-ике аҙнанан һуң ҡайтанан башларға иҫәп тота.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Уйын бизнесын көйләү тураһында” Федераль закон уҙған йылдың 1 июлендә көсөнә инде. Был законға ярашлы, махсус бүленгән дүрт зонанан тыш (Приморьела, Алтай крайында, Калининград өлкәһендә, шулай уҡ Краснодар крайы менән Ростов өлкәһе сигендә), уйын бизнесы Рәсәйҙең бөтә территорияһында ла тыйылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика