04:42 (UTC+5), 23 Марта 2010

Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы үҙгәртеп ҡоролдо

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
22 мартта Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов “Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органдары структураһын камиллаштырыу саралары тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Указға ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығына һәм БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетына бүлеү юлы менән үҙгәртеп ҡоролдо.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы һәм БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты тураһындағы положениеларҙы раҫлауға индерергә, үҙгәртеп ҡороу сараларын үткәреүҙе тәьмин итергә, норматив хоҡуҡ акттарын ошо Указға ярашлы хәлгә килтерергә ҡушылды.
Ошо Указдың үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.
* * *
Хөкүмәттә үҙгәртеп ҡороуҙар менән бәйле, Башҡортостан Президентының икенсе Указы менән Юрий Пустовгаров Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, инвестиция һәм инновация cәйәсәте министры итеп тәғәйенләнде.
* * *
Ю.Л. Пустовгаров 1964 йылдың 8 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһында тыуған. Юғары белемле. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Магнитогорск тау-металлургия институтын тамамлағандан һуң 1986 йылда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә баш металлург бүлегенең инженер-технологы булып башлай.
1986 - 2006 йылдарҙа - “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ҡойоу цехы начальнигы урынбаҫары, технология бюроһы начальнигы, генераль директор урынбаҫары, коммерция, техник директор, генераль директор.
2006 - 2009 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры.
2009 йылдан әлеге көнгә тиклем Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры булып эшләне.
Ю.Л. Пустовгаров - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика