16:41 (UTC+5), 22 Марта 2010

Ил профсоюздарының көрсөккә ҡаршы сәйәсәте хупланды

Евгений Рәхимҡолов
Республика Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының (РБПФ) Генераль советы ултырышында ҡатнашты. Унда ил профсоюздарының былтырғы эш һөҙөмтәләре ҡаралды, шулай уҡ социаль партнерлыҡты үҫтереү һәм хеҙмәтсәндәр өсөн иҡтисади көрсөк эҙемтәләрен йомшартыу буйынса төп бурыстар билдәләнде.
БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, дөйөм алғанда, Генсовет ил профсоюздарының көрсөккә ҡаршы сәйәсәтен хупланы. Улар үткәргән саралар Рәсәйҙәге дөйөм иҡтисади хәлдә ыңғай сағылды.
Шул уҡ ваҡытта көрсөктөң күп эҙемтәләре бөтөрөлмәгән әле. РБПФ Генсоветы рәйесе Михаил Шмаков билдәләүенсә, илдә иҡтисадты тергеҙеү тенденцияһы тотороҡло түгел, хеҙмәт баҙарында ла хәл ҡатмарлы булып ҡала. Бөгөн мәшғүллек хеҙмәттәрендә 2,6 миллион кеше эшһеҙ булараҡ иҫәптә тора, ә ҡайһы бер төбәктәрҙә эшһеҙлек торғонлоҡ характеры алды. Ватан предприятиелары продукцияһына эске талапты киңәйтеү менән бәйле хәл ителмәгән проблемалар ҙа байтаҡ. Тариф сәйәсәте лә, айырыуса торлаҡ-коммуналь өлкәлә, халыҡтың аҡсалата табыштары динамикаһына тап килмәй.
Генсовет быйыл профсоюздар тормошҡа ашырырға тейешле социаль-иҡтисади һәм ойоштороу саралары комплексын тәҡдим итте. Улар иҫәбендә — минималь эш хаҡы күләмен минималь ҡулланыу бюджеты кимәлендә билдәләүгә күсеү, бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын индексациялау, эшһеҙлек буйынса пособиеларҙы түләү осорон һәм күләмен арттырыу, эште юғалтыуҙан мәжбүри страховкалау индереү.
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры урынбаҫары Александр Сафонов илдә социаль партнерлыҡты үҫтереү зарурлығын билдәләне. Дөйөм Рәсәй профсоюз ойошмалары, эш биреүселәр һәм РФ Хөкүмәте араһында Генераль килешеүҙең ғәмәлдә булыу ваҡыты 2010 йылда тамамланыу сәбәпле, Генсовет социаль партнерлыҡтағы өҫтөнлөктәрҙе иҫәпкә алып төҙөлгән яңы килешеү концепцияһын хупланы. Был концепцияға ярашлы, көрсөктән һуңғы осорға Рәсәй халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуҙы, иҡтисад структураһын үҙгәртеүҙе һәм сеймал ресурстарын файҙаланыу принцибынан инновацион технологияларҙы индереүгә күсеүҙе күҙ уңында тотҡан яңы иҡтисади модель менән инергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика