14:24 (UTC+5), 19 Марта 2010

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Сикһеҙлек» йәштәр конкурсын иғлан итте

"Башинформ"
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге башҡарма комитеты йәштәр араһында иң яҡшы баҫмаға, фотоматериалға, авторҙар һүрәтенә “Сикһеҙлек” Республика конкурсы иғлан итте.
Унда 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша ала. Эштәрҙең тематикаһы сикләнмәгән — ҡыйыу, үҙенсәлекле фекер йөрөтөүсе егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәрен иң ныҡ ҡыҙыҡһындырған нәмәләр тураһында үҙ ҡараштарын белдереп иркен сығыш яһай ала.
Конкурстың маҡсаты – әүҙем һәм һәләтле йәштәрҙе асыҡлау, йәш кешеләрҙең үҙ-үҙҙәрен күрһәтеүе. Конкурс тураһында положение менән проекттың www.foto.yeshlek.ru сайтында танышырға мөмкин.
Конкурста еңеүсене ун мең һум күләмендә приз көтә. Мәғлүмәт бағыусылары – «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы менән «Уфанет» асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙ еңеүселәрен билдәләйәсәк, улар ҙа аҡсалата приздар менән бүләкләнәсәк.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты бөтә йәш, талантлы, һис нәмәгә битараф булмаған кешеләрҙе конкурста әүҙем ҡатнашырға саҡыра.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика