11:04 (UTC+5), 17 Марта 2010

Сит ил эшселәре хеҙмәтен ҡулланыуҙы көйләү механизмы камиллаштырыуҙы талап итә

Елена Макушина
—Башҡортостан Республикаһында сит ил эшсе көсөн йәлеп итеү һәм файҙаланыуҙы көйләү механизмын камиллаштырырға кәрәк, — тине БР Хөкүмәте ҡарамағындағы миграция сәйәсәте буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов.
Был мәсьәлә тап хәҙер, бөтә ил донъя финанс көрсөгө эҙемтәләрен кисергән саҡта, айырыуса актуаль.
— Республика халҡы эшләй алырлыҡ эш урындарын сит ил граждары биләүенә юл ҡуйырға ярамай, — тине Фидус Әғләм улы.
2010 йылда сит ил эшселәрен йәлеп итеүгә квоталар 22000 кешегә тиклем кәметелде. Мәҫәлән, 2008 йылда улар 36000 кеше булһа, былтыр – 29000 кеше.
— Предприятиеларҙы рәсәйҙәр араһынан кадрҙар менән комплектлау өсөн мәшғүллек үҙәктәре эшһеҙ граждандар мәғлүмәттәре базаһына анализ яһап, уларҙы эш биреүселәргә ебәрә, — тине БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы начальнигы Тимерхан Биккинин. – Сит ил эшселәрен йәлеп итергә планлаштырыусы эш биреүселәр үҙҙәре вакансиялар һәм рәсәйҙәр араһынан кадрҙар йыйыу буйынса саралар тураһында мәғлүмәттәрҙе мәшғүллек үҙәктәренә тапшырырға тейеш.
Биккинин әйтеүенсә, был эш биреүселәрҙең үҙ ватандаштарын эшкә урынлаштырыу мәсьәләһендә әүҙемлеге кимәленә анализ яһарға һәм сит ил эшсе көсөн файҙаланыуҙы көйләргә булышлыҡ итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика