11:03 (UTC+5), 12 Март 2010

Башҡортостанда йәш быуынға артабан да дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк

Эльмира Сабирова
Йәш быуынға бар йүнәлештә дәүләт ярҙамын күрһәтеү дауам ителәсәк. Был турала “2009 йылда социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары һәм 2010 йылға бурыстар” исеме аҫтында үткән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышында Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев белдерҙе.
Ул Башҡортостан республикаһында Йәштәр башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылында балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең физик тәрбиәһенә йүнәлтелгән сараларҙың уңышлы атҡарылыуын, эш менән тьәмин итеүгә булышлыҡ итеү һәм йәштәр эшҡыуарлығына ярҙам саралары әҙерләнеүен билдәләп үтте. Бынан тыш, төбәктә тәүге тапҡыр Йәштәр фәне көндәре үткәрелде, ул федераль кимәлдә юғары баһаланды.
Төбәктә туризм үҫеше стратегияһына килгәндә, Раил Сарбаев был йүнәлештә республиканың бай потенциалы булыуын билдәләне.
— Әлеге ваҡытта Бөрйән, Ғафури, Әбйәлил, Йылайыр, Мәләүез, Архангел, Күгәрсен райондарында туристик-рекреацион зоналар бүленде, — тине Премьер-министр. – Яҡын арала «Аҙ ҡатлы төҙөлөш идаралығы» предприятиеһы менән Бөрйән районында туристарҙың туҡталыу урынын ойоштороу өсөн 10-15 ағас йорт һалынасаҡ.
Спортсыларыбыҙ ҡаҙаныштары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Раил Сәлих улы әйтеүенсә, 2009 йылда Башҡортостандың 16192 спортсыһы йәмғеһе 354 бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашҡан. Республика спортсылары 1067 миҙал яулаған, шуларҙың 106-һы - донъя чемпионаттарында, Европаныҡында – 78, 92 алтын, 48 көмөш, 44 бронза миҙал бар. Олимпиада уйындарында Ванкуверҙа республиканан 11 спортсы сығыш яһаған, йәнә дүртәүһе Паралимпия уйындарында ҡатнашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика