10:15 (UTC+5), 11 Марта 2010

«Сикһеҙлек» Республика йәштәр конкурсы иғлан ителде

Марина Шумилова
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәштәр араһында иң яҡшы баҫмаға, фотоматериалға, авторҙар һүрәтенә “Сикһеҙлек” Республика конкурсы иғлан итте. Конкурс III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ҡарата иғлан ителде һәм ул иң әүҙем һәм һәләтле йәштәрҙе асыҡлауға, йәштәр мөхитен ыңғай көйләүгә, ижади һәм социаль әүҙем йәштәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Конкурста ҡатнашыуға заявкалар “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге сайтында (www.msoowkb.ru) ҡабул ителә. Конкурс материалдары төрлө жанрҙа – мәҡәлә, репортаж, интервью, очерк – булырға, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрендә яҙылырға мөмкин. Фотоматериалдар, автор һүрәттәре һәм башҡа эштәр электрон формала bezgranicrb@yandex.ru почтаһына ебәрелә.
Конкурс 2010 йылдың февраленән башлап июнь айына тиклем барасаҡ.
Унда еңеүселәр www.photo.yeshlek.ru сайтына инеүселәрҙең иң күп тауыш биреүенә ҡарап билдәләнәсәк. Төп приз — 10 мең һум.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Өфөлә үткәрелә.
Конкурс тураһында тулы мәғлүмәт «Сикһеҙлек» проектының www.photo.yeshlek.ru сайтында биреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика