04:00 (UTC+5), 11 Марта 2010

Бөтә донъя менән наркотиктарға ҡаршы!

“Башинформ”
11 мартта наркотиктар әйләнешенә контроль органдары хеҙмәткәрҙәре үҙ һөнәри байрамдарын билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһы Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы коллективы исеменә ҡотлау ебәрҙе. Унда, атап әйткәндә, шулай тиелә:
«Ете йыл республика буйынса Наркотиктар әйләнешенә контроль идаралығы наркоагрессияға ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып бара, Башҡортостанда дәүләт наркотиктарға ҡаршы сәйәсәтен һөҙөмтәле тормошҡа ашыра, граждандарҙың милли именлеге һәм һаулығы һағында тора. Һеҙҙең наркоенәйәтселектең ойошҡан формаларына һәм наркобизнестың иҡтисади нигеҙҙәренә ҡаршы көрәшкә индергән өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ.
2005 йылда республикала иғлан ителгән Наркоманияны, эскелекте һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы сиктәрендә комплекслы саралар системаһын тормошҡа ашырыу наркотиктар менән самаһыҙ мауығыуға ҡаршы тороуға, бөтә власть органдарының, йәмәғәт институттарының һәм дини конфессияларҙың был социаль яуызлыҡҡа ҡаршы көрәштә тырышлыҡтарын берләштереүгә мөһим этәргес бирҙе. Был эҙмә-эҙлекле берлектәге эш һөҙөмтәһе булып 2007 йылда наркотиктарға ҡаршы программаны үтәү йомғаҡтары буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында Башҡортостанды иң яҡшы тип таныу торҙо. Республика Наркоконтроль идаралығының оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса 2008 йылда – Волга буйы федераль округында, ә 2009 йыл йомғаҡтары буйынса тотош илдә беренсе урын яулауы һеҙҙең юғары профессионализмығыҙҙы, һайлаған эшегеҙгә тоғролоғоғоҙҙо, ныҡышмалылыҡ һәм фиҙакәрлегегеҙҙе иҫбатлаусы дәлил булып тора.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, Ватаныбыҙ хаҡына көсөргәнешле хеҙмәтегеҙҙә яңынан-яңы уңыштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика