13:36 (UTC+5), 11 Марта 2010

Ҡаҙағстанда Әхмәт-Зәки Вәлидигә арналған конференция үтте

Ҡаҙағстанда Алматы ҡалаһында, Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең тыуыуына 120 йыл тулыуға тура килтереп, ғалимдың тормошона һәм ижадына арналған конференция үтте. Был турала Ҡаҙағстандың «Хәбәр» агентлығы хәбәр итә. Был факт бөтә төрки донъяһында Әхмәт-Зәки Вәлиди исеменә ҡыҙыҡһыныу ҙур булыуын, уның хеҙмәттәрен тыуған иленән ситтә лә өйрәнеүҙәрен иҫбатлай.
Ҡаҙағстан ғалимдарын, беренсе сиратта, Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең 1920 йылдарҙа төрки телдәрҙәге ул замандағы алфавит системаларына үткәргән сағыштырыу анализы ҡыҙыҡһындыра. Шулай уҡ уның Ирандың Мешхеде ҡалаһында Ибн Фаҙландың уникаль “Сәйәхәттәр китабы” ҡулъяҙмаһын табып, һуңынан уны тәржемә итеп, Лейпцигта баҫтырып сығарыуы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам уята. Был манускрипт, тарихсылар әйтеүенсә, бөгөн дә шәрҡиәтселәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Конференция сиктәрендә шулай уҡ Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең ғалимдар Мостафа Шокай һәм Әлихан Букейханов менән бәйләнештәре лә ҡаралды. 1920-се йылдарҙа Әхмәт-Зәки Вәлиди Мостафа Шокай менән бергә, ҡараштары тап килмәүгә ҡарамаҫтан, Истанбулда «Жана Туркестан» журналын сығара.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика