12:20 (UTC+5), 10 Марта 2010

Бала хоҡуҡтарын яҡлау проблемалары буйынса семинар

Сергей Захаров
Бөгөн Өфөлә бала хоҡуҡтарын яҡлау тураһында һөйләнеләр. Әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты социаль яҡлау мәсьәләләренә ҡағылышлы дәүләт, муниципаль һәм көс структуралары вәкилдәре ҡатнашлығында семинар ошо темаға арналды.
Осрашыуҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев асты. Спикер һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙерге Рәсәйҙә бала хоҡуҡтарын яҡлау актуаль проблемаларға ҡарай.
Балаларҙың мәнфәғәттәрен яҡлауға тәүге етди аҙым 1989 йылда яһала. Ул саҡта БМО Генераль Ассамблеяһы Бала хоҡуҡтары тураһында конвенция ҡабул итә. Ә 1999 йылдың авгусында Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында беренселәрҙән булып «Бала хоҡуҡтары өлкәһендә халыҡ-ара стандарттарҙы күҙәтеү тураһында» белдереү ҡабул итә. Толкачев фекеренсә, был бала хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә хоҡуҡ сәйәсәтен үҫтереү өсөн мөһим ваҡиға була.
Спикер белдереүенсә, "республика кимәлендә һуңғы йылдарҙа күп балалы ғаиләләргә, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам тәьмин итеүсе ярайһы уҡ тулы ҡануниәт базаһы булдырылды ". Миҫал итеп ул «Бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында» БР Законына үҙгәрештәрҙе, шулай уҡ айлыҡ пособие күләмен арттырыусы «Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында» Законға төҙәтмәләрҙе атаны.
Константин Толкачев, «хатта көрсөк осоронда Башҡортостан дәүләттең халыҡ алдындағы бөтә социаль йөкләмәләрен үтәүен дауам итеп кенә ҡалмай, был ярҙамды киңәйтеү өсөн мөмкинлектәр ҙә эҙләп таба», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Һуңғы тиҫтә йылда республикала балаларҙы, әсәлекте, ғаиләнең һаулығын, атайлыҡты, йәш һәм күп балалы ғаиләләрҙе яҡлауға йүнәлтелгән социаль-иҡтисади сараларҙың тотош комплексы тормошҡа ашырылды. Йылдан-йыл кәрәкле социаль инфраструктура ла нығытыла — мәктәптәр, махсус дауаханалар һәм санаторийҙар, спорт-сәләмәтләндереү комплекстары төҙөлә, арзан торлаҡ төҙөү темпы арта», — тип билдәләне БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе.
— Хәҙерге ваҡытта республикала 18 йәшкә тиклемге 850 меңдән ашыу бала иҫәпләнә, — тип хәбәр итте Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрова. — Балалар — йәмғиәтебеҙҙең иң нескә өлөшө. Шуға күрә улар айырым хоҡуҡтарға эйә.
Йыйылыусылар, тәүге семинар йомғаҡтары балаларҙың һәм балиғ булмаған үҫмерҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау һәм бойомға ашырыуҙы тәьмин итеүҙә генә түгел, был өлкәлә республика закондарын артабан үҫтереү һәм камиллаштырыуҙа ла ярҙам итәсәк, тип билдәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика