04:45 (UTC+5), 09 Марта 2010

Мортаза Рәхимов Стәрлетамаҡ районындағы дауахананы асыуҙа ҡатнашты

Сергей Захаров | фото: Рәиф Баҙыҡов
Башҡортостан Президенты эш сәфәре менән Стәрлетамаҡ районында булды. Ул Төрөшлө ауылындағы яңы участка дауаханаһын асыуҙа ҡатнашты. Медицина учреждениеһы 50 койка-урынға иҫәпләнгән. Өҫтәүенә сменаға 100 кеше ҡабул итеү мөмкинлеге булған поликлиникаһы бар. Объект төҙөлөшө 2008 йылда башланған. Проектын «Башжилкоммунпроект» проект институты белгестәре әҙерләгән. Үҙенең сығышында Мортаза Ғөбәйҙулла улы тәү ҡарамаҡҡа ябай ваҡиғаның ауыл һәм район халҡы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Яңы дауахана яҡын-тирә ауылдарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Мортаза Рәхимов был поликлиника Президенттың Башҡортостан парламентына Мөрәжәғәтнамәһендә телгә алынған сараларҙы ғәмәлгә ашырыуҙың башы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Төрөшлөләге төҙөлөштө Президент шәхсән үҙе контролдә тотҡан.
Дауахана комплексы 1,6 гектар майҙанды биләй. Бинаның дөйөм майҙаны ике мең квадрат метрҙан ашыу. Ике һәм дүрт урынлы иркен палаталар заманса мебель менән йыһазландырылған. 12 миллион һумға яҡын суммаға медицина ҡорамалдары һатып алынған.
Белешмә. Төрөшлө ауылы — Төрөшлө ауыл советы үҙәге. Стәрлетамаҡтан көньяҡ-көнбайышҡа табан 28 километр алыҫлыҡта Төрөшлө йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылды 19-сы быуаттың икенсе яртыһында Тамбов губернияһынан күсеп килгән мордва һәм урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙләгән.
Бында меңгә яҡын кеше йәшәй. Халыҡтың төп өлөшө Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы кооперативында эшләй.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика