04:20 (UTC+5), 07 Марта 2010

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән!

“Башинформ”
8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Ошо айҡанлы республика Президенты Мортаза Рәхимов Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарын байрам менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:
“Башҡортостандың ҡәҙерле, мөләйем ҡатын-ҡыҙҙары!
Һеҙҙе матур яҙғы байрам – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайым!
Был яҡты, шатлыҡлы көн беҙгә, ирҙәргә, әсәй һәм өләсәйҙәребеҙгә, ҡатындарыбыҙға, апай-һеңлеләребеҙгә һәм ҡыҙҙарыбыҙға, йорт усағын һүндермәй һаҡлаусы, ғаиләлә әхлаҡи мөхит һәм именлек тәьмин итеүсе булараҡ, барлыҡ гүзәл заттарға һөйөү һәм тәрән рәхмәтебеҙҙе белдерергә тағы бер мөмкинлек бирә.
Күптәрегеҙ һөйөп бала тәрбиәләү, иҫәпһеҙ-һанһыҙ йорт мәшәҡәттәрен башҡарыу ғына түгел, һөнәри эшмәкәрлегегеҙҙә ҙур уңыштарға өлгәшергә лә өлгөрөүегеҙ айырым бер ихтирам уята. Компетентлыҡ һәм яуаплылыҡ, юғары эшлеклелек сифаттары һәм ойоштороу һәләте күрһәтеп, һеҙ ирҙәр менән бер рәттән республикабыҙҙың социаль-иҡтисади һәм рухи-мәҙәни үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ, йәмғиәт тормошоноң бөтә өлкәләрендә әүҙем ҡатнашаһығыҙ.
Һеҙ үҙ изгелегегеҙ һәм яғымлығығыҙ менән ирҙәр өсөн башҡарған бар ғәмәлдәрҙе бер ниндәй сәскәләр ҙә, бүләктәр һәм ҡотлауҙар ҙа ҡаплай алмай. Ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көн һайын хәстәрлекле, ихтирамлы мөнәсәбәт күрһәтергә, улар өсөн ышаныслы терәк, яратҡан тормош юлдашы, изге коллега, тоғро дуҫ булырға тейеш.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, ғаиләне һәм әсәлекте һаҡлау – йәмғиәт үҫеше кимәленең иң мөһим күрһәткесе. Башҡортостанда был бурыстар дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре рәтенә индерелгән, күп тәғәйен эштәрҙә бойомға ашырылған. Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, республикала киләсәктә лә тормошоғоҙ матди һәм рухи планда тағы ла яҡшыраҡ булһын, үҙ һәләттәрегеҙҙе, белем һәм оҫталыҡтарығыҙҙы тулыраҡ тормошҡа ашырыу, мөһим проблемаларҙы хәл итеү өсөн барыһы ла эшләнәсәк.
Барығыҙға ла ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем. Бөтә изге хыялдарығыҙ һәм теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын. Һөйөп-һөйөлөп йәшәгеҙ, бәхетле булығыҙ!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика