Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Март 2010, 10:34

Григорий Рапота закондар сығарыу органдары етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе

2 мартта Саранск ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындагы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота төбәк власының закондар сығарыу органдары етәкселәре, округтың Закон сығарыусылар ассоциацияһы ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе.
Кәңәшмәнең башында йыйылыусылар ассоциацияның координаторы, Мордовия Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Валерий Кечкинды бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар.
Кәңәшмә барышында Григорий Рапота Президент Дмитрий Медведевтың йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә әйтелгән төбәк һәм урындағы кимәлдәрҙә сәйәси системаны камиллаштырыуға һәм демократик институттарҙы нығытыуға йүнәлтелгән төп принциптарҙы билдәләп үтте: закондар сығарыу власы органдары депутаттары һанын билдәләүҙең берҙәм критерийын индереү; төбәк парламенттарындағы барлыҡ партияларға — фракциялар формалаштырыу мөмкинлеге, ә төбәк һайлауҙарында 5 процент сиген үткән партияларға гарантияланған депутат урындарын биреү; Дәүләт Думаһына үтмәгән, әммә төбәк парламенттарында фракциялары булған партияларҙы төбәк һайлауҙарында ҡултамғалар йыйыуҙан азат итеү; барлыҡ сәйәси партияларға ла Үҙәк һәм төбәк һайлау комиссияларында эшләү мөмкинлеген гарантиялау.
Тулы хоҡуҡлы вәкил шулай уҡ төбәк закондар сығарыусылары алдында ла бурыстар тороуын билдәләп үтте. Мәҫәлән, йылына кәмендә бер ултырышты закондар сығарыу органдарына инмәгән партияларҙың тәҡдимдәрен тикшереүгә бағышлау, төбәк парламенттарына ингән партиялар эшмәкәрлеген киң мәғлүмәт сараларында тигеҙ яҡтыртыуҙы гарантиялау тураһындағы төбәк закондарын ҡабул итеү һәм төбәктәр уставтары һәм конституцияларына, Рәсәй Конституцияһына оҡшатып, урындағы парламент алдында башҡарма власть етәкселәренең йыллыҡ отчеты тураһындағы статьяларҙы индереү бурыстары ла бар.
Григорий Рапота Волга буйы федераль округының Закон сығарыусылар ассоциацияһы ағзаларының иғтибарын бөгөнгө көндә РФ Президенты Мөрәжәғәтнамәһе положениеларын һәм быйыл 22 ғинуарҙа үткән Дәүләт Советы ҡарарҙарын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән федераль кимәлдәге закондар сығарыу акттарын әҙерләү һәм ҡабул итеү процедуралары алып барылыуға йүнәлтте. Шуға күрә федераль хоҡуҡи акттарға үҙгәрештәр индереләндән һуң, төбәк парламенттары шундай уҡ үҙгәрештәрҙе төбәк закондарына индерергә әҙер булырға тейеш.
Бынан тыш, Григорий Рапота Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы һәр субъектта Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһын индереү тураһындағы тәҡдимен үтәргә кәрәклеген билдәләне, Ижевскиҙағы ваҡиғаларҙың һәр төбәктә ошондай структур берәмеккә киҫкен ихтыяж булыуын күрһәтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Григорий Рапота ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балалар хоҡуҡтарын закон менән тәьмин итеүгә айырыуса иғтибар бирергә кәрәклеген телгә алды. Рәсәй Президентының Тулы хоҡуҡлы вәкиле Волга буйы федераль округында “Балалыҡты ҡайтарайыҡ” проекты ғәмәлгә ашырылыуын һәм уның төп йүнәлештәренең береһе ошо категорияға ҡараған балаларҙы тәрбиәләүҙең хоҡуҡи шарттарын яҡшыртыуға бәйле булыуын билдәләп үтте. Был уңайҙан Григорий Рапота ассоциация ағзаларының иғтибарын төбәк закондарындағы бөгөн уллыҡҡа алыуға, бала алған һәм патронат ғаилә статусына, ата-әсәһе бала табыу йортонда уҡ баш тартҡан балалар яҙмышына бәйле һәм башҡа кәмселектәргә йүнәлтте. Ассоциация ултырыштарының береһен был темаға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшереүгә бағышларға ҡарар ителде.
Ултырышта Һамар Губерна думаһы рәйесе, Федерация Советының Волга буйы федераль округындагы дәүләт власы закондар сығарыу органдары менән үҙ-ара бәйләнеш буйынса Советы президиумы ағзасы Виктор Сазонов Волга буйы федераль округының Закон сығарыу органдары ассоциацияһы координаторы итеп Ульяновск өлкәһе Закондар сығарыу йыйылышы рәйесе Борис Зотовты һайларға тәҡдим итте. Ассоциация ағзалары был тәҡдимде бер тауыштан хупланы.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: