06:58 (UTC+5), 04 Марта 2010

Өфөлә Еңеүҙең 65 йыллығына арналған саралар планы раҫланды

Евгений Рәхимҡолов
Өфө ҡала Советы депутаттары Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләү алдынан республиканың баш ҡалаһында үтәсәк саралар планын раҫланы.
Өфө властары һуғыш ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәренә тәғәйенләнгән “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл” юбилей миҙалдарын тапшырыуҙы төп мәсьәләләрҙең береһе тип билдәләгән.
Март айы дауамында Ҡала Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, БР эҙәрмәндәр отрядының төбәк йәмәғәт фонды һәм ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы һуғыш йылдарында хәбәрһеҙ юғалған яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр йыйыу һәм асыҡлауҙы планлаштыра.
Планда Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарының фатирына ремонт яһау һәм ветерандарға матди ярҙам күрһәтеү буйынса мәрхәмәтлек акцияларын үткәреү ҙә ҡаралған, әлеге мәлдә ремонт эштәре башланған һәм июндә тамамланырға тейеш.
Ҡала округы Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы менән БР эҙәрмәндәр отряды төбәк йәмәғәт фонды “Хәтер китабы”н әҙерләү менән шөғөлләнә, ул байрам алдынан майҙа нәшер ителәсәк.
Апрель – майҙа ҡалала һуғыш ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре менән осрашыуҙар, мәктәптәрҙә “батырлыҡ дәрестәре”, ҡала ойошмаларының хеҙмәт коллективтары менән ветерандарҙы ҡотлау тантаналары үткәреләсәк.
Иң мөһим тантаналар, әлбиттә, майҙа үтә. Ҡала Советы депутаттары етәкселегендә Өфө предприятиелары һәм ойошмалары «Георгиев таҫмаһы» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша, Еңеү Паркында, һәйкәлдә, ҡалалағы обелисктар һәм мемориаль ҡоролмалар янында сәскәләр һалыу тантаналары үткәрелә, ә 9 майҙа ҡалала байрам парады ойошторола.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика