07:05 (UTC+5), 04 Март 2010

Өфөлә ҡайтанан дружинниктар дежур итә башлаясаҡ

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса йәштәр дружиналары ойошторорға йыйыналар. Уны төҙөү инициативаһы менән ҡала Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы сығыш яһаны, һәм Советтың быйылғы тәүге ултырышында депутаттар был проектты хуплап сыҡты. Дружиналарҙы быйыл икенсе кварталға ойошторорға планлаштырылды.
2010 йылда ҡаланың Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары шулай уҡ Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты менән бергә ҡала предприятиеларында һәм учреждениеларында йәштәр йәмәғәт ойошмалары төҙөү буйынса эш алып барырға, Өфө йәштәрен Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашыуға йәлеп итергә йыйыналар.
Бынан тыш, тиҙҙән ҡаланың Йәштәр йәмәғәт палатаһының рәсми сайты барлыҡҡа килергә тейеш. Совет ултырышында депутаттар уны булдырыу тураһындағы мәсьәләне лә ҡараны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика