06:18 (UTC+5), 04 Марта 2010

Ҡала башҡорттарының теле һәм демографияһы буйынса ғилми-ғәмәли конференция

Сергей Захаров
15 апрелдә Октябрьский ҡалаһы «Ҡала башҡорттары: тел һәм демография проблемалары» VI төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәк. Ул III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә Өфө дәүләт нефть техник университеты филиалы базаһында үтәсәк.
Форумды ойоштороусылар – Президент Хакимиәте, Башҡортостан Хөкүмәте, Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР Фәндәр академияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты.
Ғилми докладтар темалары: «Ҡала башҡорттарының формалашыу тарихы», «БР-ҙың төньяҡ төбәгендә тел хәле», «Милли кадрҙар әҙерләү өсөн һөнәри йүнәлештәге эш», «Этник-ара бәйләнештәр һәм милли үҙаң проблемалары», «Башҡорттарҙың урбанизация процестары һәм уларҙың этник йөҙөн һаҡлау», «Ҡала шарттарында тәрбиә һәм милли белем биреү, демография һәм ҡала халҡының сәләмәтлеге проблемалары». Конференция йомғаҡтары буйынса материалдар йыйынтығы сығарыу планлаштырыла.
Докладтар 15 мартҡа тиклем «Ҡала башҡорттары» билдәһе менән yulchi81@mail.ru электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә.
Ойоштороу комитетының адресы: 450054, Өфө, Октябрь проспекты, 71, 401-се кабинет. Бәйләнеш телефондары: (347) 235-60-50, 8-927-32-77-547.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика