Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.09
+0.11
83.76
+0.28
78.69
+0.09
5+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Февраль 2010, 12:28
«Хәҙерге шарттарҙа профсоюздар стратегияһы һәм тактикаһы» видеоконференцияһы үтте
Башҡортостан социаль технологиялар институтында «Хәҙерге шарттарҙа профсоюздар стратегияһы һәм тактикаһы» видеоконференцияһы үтте. Унда институт, БР Профсоюздар федерацияһы, республиканың тармаҡ профсоюздары етәкселәре, шулай уҡ Түбәнге Новгород, Екатеринбург, Силәбе ҡалаларының Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы филиалдарының профсоюз берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты.
БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, видеоконференция барышында иҡтисади көрсөк шарттарында профсоюздар алдында килеп тыуған проблемаларға, шулай уҡ йәштәрҙе профсоюз хәрәкәтенә йәлеп итеү мәсьәләһенә төп иғтибар бирелде. Видеоконференцияла ҡатнашыусылар, йәштәрҙе профсоюз эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһындырыу өсөн яңы, креатив эш алымдарын ҡулланырға кәрәк, тип билдәләне.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
профсоюздар
Читайте нас в