11:50 (UTC+5), 27 Февраля 2010

Эшҡыуарҙар кәңәш ҡорҙо

Марина Шумилова
26 февралдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү сиктәрендә ойоштороласаҡ “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре” секцияһына әҙерләнеү буйынса эш төркөмөнөң беренсе ултырышы уҙҙы. Уның эшендә башҡорт эшҡыуарҙары менән бер рәттән БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре лә ҡатнашты.
Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә, субсидиялар бүленә, республика зоналарында бизнес-инкубаторҙар асыла. Шулай ҙа, тикшеренеүселәр күҙлегенән, башҡорттар араһында эшҡыуарлыҡ ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә түгел. Сәбәптәре һүлпәнлеккә, кешеләр менән мөнәсәбәт ҡора белмәүгә, беренсе ауырлыҡтар булыу менән ҡул һелтәп ҡуйыуға, уңышһыҙлыҡ алдында ҡурҡыуға ҡайтып ҡала. Шулай ук республикала, бигерәк тә башҡорттар араһында, гуманитар йүнәлештәргә өҫтөнлөк биреү ҙә билдәләнде. Был йәһәттән республика мәктәптәренең береһендә, практик белгестәрҙе саҡырып, эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнеү пилот курсын уҡыу программаһына индереү тәҡдиме лә яңғыраны. Халыҡ араһында “Эшҡыуарлыҡты үҫтереү проблемалары” темаһына социологик һорау алыу үткәреү ҙә ойоштороласаҡ.
Артабан эш төркөмө айына ике тапҡыр йыйыласаҡ, сираттағы ултырышта “Башҡорт эшҡыуарлығының торошо һәм уны үҫтереү” республика семинарының доклад темалары асыҡланасаҡ. Был сараға республика ҡала һәм райондарынан 200-ҙән ашыу эшҡыуар киләсәк. Квоталар бүленгән дә инде. Семинарҙа ҡабул ителгән тәҡдимдәр һәм ҡарарҙар Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткән көндәрҙә уҙасаҡ секция ултырышының резолюцияһында сағылыш табасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика