14:16 (UTC+5), 27 Февраль 2010

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға аҡса биреләсәк

"Башинформ"
Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев “1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы менән бәйле, РФ граждандарының ҡайһы бер категорияларына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата ярҙам тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, был түләү 2010 йылдың апрелендә Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына, элекке концлагерҙар, геттоларҙың балиғ булмаған тотҡондарына, Финляндияға ҡаршы һуғышта, Бөйөк Ватан һуғышында, Японияға ҡаршы һуғышта һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең тол ҡатындарына, вафат булған Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм унда ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарына биреләсәк. Граждандарҙың был категориялары 5-әр мең һум аласаҡ. 1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 9 майына тиклем осорҙа кәмендә алты ай тылда эшләгән (СССР-ҙың ваҡытлыса оккупацияланған территорияһында эшләү осоронан тыш) кешеләргә, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн СССР ордендары һәм миҙалдары менән наградланыусыларға, элекке нацистик концлагерҙар, төрмәләр һәм геттоларларҙың балиғ булған тотҡондарына бер мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика