12:50 (UTC+5), 26 Февраля 2010

Мортаза Рәхимов Башҡортостан украиндарының VI съезына уңышлы эш теләне

"Башинформ"
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Башҡортостан украиндарының VI съезы делегаттарына һәм ҡунаҡтарына ҡотлау ебәрҙе. Унда, атап әйткәндә, шулай тиелә:
«Башҡортостандың күп милләтле халҡы исеменән һеҙҙе мөһим форумығыҙ асылыу менән ихлас ҡотлайым!
Ул украин халҡын артабан туплауға булышлыҡ итер, милли мәҙәниәттәрҙе үҫтереүгә, тыуған республикабыҙҙа дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек шарттарын нығытыуға билдәле бер өлөш индерер, тип ышанам.
Ҡунаҡсыл башҡорт ерендә тәүге украин биләмәләре бынан ике быуаттан ашыу элек барлыҡҡа килә, ә бөгөн украиндар Башҡортостандың бөтә ҡалаларында һәм райондарында тиерлек йәшәй. Улар Башҡортостандың иҡтисадын, социаль һәм рухи-мәҙәни өлкәһен үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша.
Республикала украиндарҙың телен, мәҙәниәтен һәм милли традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн яҡшы шарттар булдырылған. 1990 йылдан – «Кобзарь» Республика милли-мәҙәни үҙәге, 1996 йылдан –«Берегиня» Украин ҡатын-ҡыҙҙары берлеге, 1998 йылдан «Беркут» Украин йәштәре берлеге эшләп килә.
5 дөйөм белем биреү, 4 йәкшәмбе мәктәптәре уңышлы эшләй. Республиканың мәғариф системаһында 1-се Өфө педагогия колледжының украин бүлеге, М.А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалы лайыҡлы урын биләй. Уларҙа педагогик кадрҙар ҙа әҙерләнә.
Башҡортостанда бөгөн 23 украин үҙешмәкәр коллективы эшләп килә, улар республика украиндары тупланып йәшәгән ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа эшләй. Золотоношка ауылындағы украин тарихи-мәҙәни үҙәге һәм Рәсәйҙә берҙән-бер балалар баҡсаһы-мәктәп комплексы унан ситтә лә киң билдәле.
Милли-мәҙәни берләшмәләрҙең эшмәкәрлеге кешеләр араһында үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыуға, йәштәрҙе уртаҡ тыуған илебеҙ – бөйөк Рәсәй халыҡтарының милли мәҙәниәттәренә, телдәренә, ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам рухында тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
Форумда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, бөтә изге эштәрендә уңыштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика