05:32 (UTC+5), 26 Февраля 2010

Константин Толкачев: Мөрәжәғәтнамә Башҡортостан халҡында яҡлау табасаҡ

Николай Ермоленко
Башҡортостан Республикаһы Президентының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев республикабыҙ тормошонда мөһим ваҡиға тип атаны.
«Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тәҡдим ителгән Мөрәжәғәтнамәһендә көрсөктө тиҙ арала еңеп сығыуҙы тәьмин итеүгә һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөүгә, кешеләрҙең йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәреүгә, иҡтисадты модернизациялауға, күп полярлы донъяла төп держава булараҡ Ватаныбыҙ - бөтә Рәсәйҙе аяҡҡа баҫтырыуға йүнәлтелгән төп сираттағы бурыстарҙы билдәләгән демократия, федерализм ҡиммәттәренә һәм институттарына нигеҙләнгән яңы сәйәси стратегия, бөтә яҡлап модернизациялау принциптары сағылыш тапҡан, - тине ул. – Мөрәжәғәтнамә республиканың дәүләт-хоҡуҡи, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫеше өҫтөнлөктәрен, яҡын йылдарға республикабыҙҙы артабан реформалау буйынса дәүләт власы органдарының, урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарының эшмәкәрлек йүнәлештәрен билдәләүсе перспективалы программа документы булып тора.
Бөгөн бөтә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары алдында Башҡортостан Республикаһы Президентының Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеүҙең комплекслы системаһын ойоштороу бурысы тора. Ул республиканың төп конституцион бурысын үтәүгә - күп милләтле халҡыбыҙҙың йәшәү кимәлен һәм сифатын бөтә яҡлап күтәреүгә йүнәлтеләсәк. Республикабыҙҙың прогресс һәм ижад юлынан эҙмә-эҙлекле үҫешен закондар менән тәьмин итеү төп бурысы булған Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға был йәһәттән айырым яуаплылыҡ йөкмәтелә.
Башҡортостан Республикаһы Президентының Мөрәжәғәтнамәһе күп милләтле халҡыбыҙҙың киң хуплауын табыр һәм Башҡортостан Республикаһының артабанғы дәүләт-хоҡуҡи, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫешендә ышаныслы йүнәлеш биреүсегә әүерелер, тип ышанам».
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика