11:58 (UTC+5), 25 Февраля 2010

Владимир Путин ҡуйған бурыстарҙы үтәүгә иғтибарҙы тупларға

Марина Шумилова
Республика Хөкүмәтенә ил Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин ҡуйған төп бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға айырыуса иғтибарлы ҡарарға кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Мортаза Рәхимов республика парламентына Мөрәжәғәтнамәһендә. Билдәле булыуынса, уларҙан иң беренсеһе – төп предприятиеларҙың тотороҡло эшләүен тәьмин итеү, уларҙы техник яңыртыу һәм модернизациялау программаларына булышлыҡ итеү. Икенсеһе — ватан юғары технологик экспортты стимуллаштырыу. Өсөнсөһө – торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү. Дүртенсеһе – эске талапҡа ярҙам. Һәм, әлбиттә, эшһеҙлеккә ҡаршы көрәш, моноҡалалар проблемаларын хәл итеү. Башҡортостан үҫештең бөтә төп күрһәткестәре буйынса үҙенең алдынғы позицияларын һаҡларға тейеш, тип иҫәпләй Мортаза Рәхимов.
Республикала күрелгән көрсөккә ҡаршы саралар иҡтисадтағы хәлде контролдә тоторға, бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәп сығырға ярҙам итте. Ләкин өлгәшелгәндә туҡтап ҡалырға ярамай, алға барырға кәрәк. Бөгөн, һис ҡасан булмағанса, идара итеүҙә яңы ҡараштар, Башҡортостанды модернизациялау процестарын яңыса күреү талап ителә.
— Беҙҙең стратегия – Башҡортостан киләсәгенең сифат яғынан яңы образын булдырыу, ә бының өсөн халҡыбыҙҙың ижади, интеллектуаль потенциалын берләштерергә кәрәк, — тип билдәләне республика башлығы. — Төп бурыстарҙың береһе булып халыҡты мөмкин тиклем күберәк эш менән тәьмин итеү тора. Хатта көрсөк йылында ла беҙ яңы производство объекттары индереү иҫәбенә 6 меңдән ашыу яңы эш урыны ойоштора алдыҡ. Ә яҡындағы йылдарҙа кәмендә 50 мең эш урыны булдырыу бурысы тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика