12:53 (UTC+5), 25 Февраля 2010

Парламент депутаттары ете мировой судья һайланы

Николай Ермоленко
Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө, 22-се ултырышында депутаттарға тәҡдим ителгән һигеҙ кандидаттың етәүһе Башҡортостан Республикаһының айырым суд участкалары мировой судьялары вазифаһына һайланды.
Наталья Андрианованы – Өфөнөң Орджоникидзе районы буйынса 2-се суд участкаһы мировой судьяһы, Галина Верещакты шул уҡ район буйынса 7-се суд участкаһы мировой судьяһы итеп һайланылар. Ринат Иҙелбаев – Баймаҡ районы һәм ҡалаһы буйынса 1-се суд участкаһы мировой судьяһы, Гөлнара Сафина – Өфөнөң Совет районы буйынса 8-се суд участкаһы, Эльмира Таһирова – Өфөнөң Октябрь районы буйынса 5-се суд участкаһы, Рима Фәйрузова — Өфөнөң Ленин районы буйынса 6-сы суд участкаһы, Ғәлиә Чукаева Башҡортостан баш ҡалаһының Калинин районы буйынса 10-сы суд участкаһы мировой судьяһы булды.
Депутаттар Өфөнөң Калинин районы буйынса 7-се суд участкаһы мировой судьяһы вазифаһына Фәриҙә Ғәйетҡолованы һайламаҫҡа ҡарар итте, уның кандидатураһын дәүләт ҡоролошо буйынса парламент комитеты кире ҡағырға тәҡдим итте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика